Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 38.

ғәскәрҙәрҙе Петроградтан сығарырға, большевиктар партияһын тыйырға әҙерләнде.

Фронтта һөжүм өҙөлдө.

Һуғыштан һәм аслыҡтан йонсоған эшселәр һәм һалдаттар 4 июлдә, Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыуҙы, власте Советтәргә тапшырыуҙы талап итеп, Питер урамдарына сыҡтылар.

Болыневиктәр власте үҙ ҡулдарына алыу өсөн ваҡыт өл­ гөрөп етмәгән әле тип иҫәпләнеләр. «Власте алырға мөмкин, әммә уны тотоп тороп булмаясаҡ», — тип иҫкәртте Ленин.

Шулай ҙа асыуҙары ҡабарған халыҡты туҡтатыу, демон­ страцияны булдырмау мөмкин түгеллеген аңлап, болыпевик- тәр ҙә, демонстрацияға ойошҡанлыҡ, тыныслыҡ рухы бирергә тырышып, ҡан ҡойош булдырмау теләге менән урамдарға сыҡтылар.

Ваҡытлы хөкүмәт меныневиктәрҙең һәм эсерҙарҙың етәк­ селәре ризалығы менән фронттан тоғро хәрби частәрҙе са­ ҡыртты, улар демонстранттарҙы аттылар. Урамдар эшселәр ҡанына мансылды.

Ваҡытлы хөкүмәт болыпевиктәрҙе заговор ойоштороуҙа ғәйепләне һәм килешеп ҡараусылар ярҙамы менән революция­ ға ҡаршы көрәш башланы.

Алексинский был көндәрҙә Ваҡытлы хөкүмәткә үҙенең бик мөһим хеҙмәт күрһәтә алыуын, был юлы инде контрре­ волюция тулҡыны һыртында яңынан ҡалҡып сыға аласағын аңланы.

Садовая урамында казактарҙың демонстранттарға атҡан мылтыҡ тауыштары туҡтамағайны әле, ә Алексинский юсти­ ция министре Переверзев кабинетендә ултыра ине инде. Пет­ роград хәрби округы контрразведкаһы начальниге булып эш­ ләүсе полковник тә шунда ине.

Юстиция министре менән Алексинский бөгөнгө һауа торошо тураһында һөйләшкәндә, контрразведка начальниге һүҙгә ҡушылманы. Сөнки быныһы буш лығырҙау ғына. Лә­ кин эшкә күсергә кәрәк ине бит инде. Полковник өҫтәлдәге ҡырлы йыуан ҡәләмдәрҙе тырышып-тырышып бер өйөмгә һала, әммә иң һуңғы ҡәләмде һалам тигәндә генә өйөм ишелә лә ҡәләмдәр төрлө яҡҡа тарала.

Ҡарт полковниктең юҡ эш менән булашыуын, уның түҙем­ һеҙлеген күреп, Алексинский көлөп ҡуйҙы.

— Әгәр ҙә мин һеҙҙе дөрөҫ аңлаһам, һеҙ мине беҙҙең ба­ рыбыҙға ла үтә мөһим булған бер мәсьәләне — Ленинде нисек итеп юлдан алып ташлау мәсьәләһен тикшереү өсөн саҡыр­ ғанһығыҙ. Һәм был почетлы миссияны миңә йөкләтергә теләр инегеҙме?

39
Закрыть