— Бына шунда барып еттек, бикле вагон эсендә ултырам һәм үҙемдең ҡулға алыныуым тураһында нисек итеп Надеж- даға хәбәр итергә икән, тип баш ватам. Өйҙө тентеүҙәре мөмкин, Владимир Ильичтең ҡағыҙҙарын ышаныслыраҡ урынға йәшерергә белһә ине, тим...
— Мин былай ҙа ҡайҙа йәшерергә белдем инде, — тип ғо рурланып яуап ҡайтарҙы Надежда Кондратьевна. — Владимир Ильичтең пакете һарайҙа бер генә төн ҡунды, ә таң атыр- атмаҫтан уҡ мин уны ен үҙе лә эҙләп таба алмаҫлыҡ урынға йәшерҙем.
— Ә ен — мин булам инде, улайһа, — тип көлдө Николай Александрович. — Шулай итеп, бикле вагонда ултырам, үҙем, Владимир Ильич нисегерәк барып етте икән, тип хафаланам. Шул саҡта ғына вагон ишеге асылып китте, ишектән беҙҙең күрше унтер-офицер Смирнов ҡарап тора. «Кин ни эшләп бында килеп индең?» — тип һорай. «Үҙ теләгем менән түгел, әлбиттә, — тип яуап бирәм. — Мине ҡулға алдылар, ни өсөн икәнен белмәйем, артығыраҡ төшөрөп ташлағанмын, ахыры. Өйҙә ҡатыным хафалана торғандыр инде. Минең ҡулға алы ныуым тураһында уға зинһар өсөн әйтегеҙ инде», — тип үте нәм Смирновтан. Ә ул тирә-яғына ҡаранып алды ла: «Кин бар ҡайт та ҡулға алыныуың хаҡында уға үҙең һөйләп бир», — ти. «Нисек була инде у л ?» — тип һорайым. «Бына шулай. Үксәңде ялтырат!» Мин ялындырып торманым. Кике реп ергә төштөм дә өйгә табан һыпырттым. Ҡайттым да ка рауатҡа ҡоланым.
Надежда Кондратьевна шул арала сәй әҙерләне, ваза ме нән ҡыҙыл көртмәле вареньеһе килтереп ҡуйҙы.
— Юҡ, юҡ, рәхмәт, миңә тиҙерәк Питергә ҡайтырға һәм һеҙҙең һау-сәләмәт икәнлегегеҙҙе Владимир Ильичкә белде рергә кәрәк.
— Владимир Ильич миңә асыуланалыр инде? — тип Нико лай Александрович Люлиҙән тағы ла бер тапҡыр һораны.
— Юҡ, ниңә асыуланһын, тик, бөтә ауырлыҡты үҙенә алды тип, һеҙҙең өсөн ныҡ борсола.
— Их, әгәр ҙә мин бөтә ауырлыҡты үҙемә ала алһам икән... — тип, башын сайҡап ҡуйҙы Николай Александрович.
Люли, хужалар менән хушлашып, ҡайтып китте, уның юл боролмаһына ышыҡланыуы булды, ихатаға Саша югереп ки леп инде. Ул ниңәлер бик ныҡ тулҡынланғайны.
— Әйҙә өйгә инәйек әле, атай. — Саша ҡуйынынан газета алды ла йәйеп һалды. — Уҡы, — тине ул.
Газетаның беренсе битендә үк эре хәрефтәр менән: «Ле ниндең йәшәгән урыны табылды», — тип яҙылғайны.
37