Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 35.

рерҙәр. Оҙаҡ тотмаҫтар уны... Полиция һеҙҙең өйгә килмә­ неме?

— Юҡ, юҡ.

— Владимир Ильичтең ҡағыҙҙары ныҡ йәшерелгәнме?

— Ул ҡағыҙҙар хаҡында борсолмайым мин. Уларҙы эҙләп табыр өсөн өйҙөң бүрәнәләрен берәмләп һүтеп ташларға кәрәк буласаҡ... Ә ул юнкерҙәр ҡулына эләккәнме?

— Шулай шул.

— Эй аллаҡайым, нисек ҡотҡара алманылар икән уны? Ҡайһы ерҙә засадаға эләккәндәр һуң? Ай, ниндәй ҡайғы? Ҡайҙа ҡулға алғандар һуң?

— Дибуны станцияһында. Иғтибарҙы үҙенә юнәлтер өсөн, ул юнкерҙәргә бәйләнергә керешкән.

Надежда Кондратьевна йоҡо бүлмәһенә ашығып инеп китте.

— Коля, Колюшка, тор әле, бәхетһеҙлек! Алла хаҡы өсөн, уян әле, — тигән әрнеүле тауышын ишетеп, Люли, Надежда Кондратьевна кинйә улын, Коляне, уята, тип уйланы. Өлкән улдарын алып килергә ебәрәлер. — Коля, Коля, йәһәтерәк кейен!

Надежда Кондратьевна, стенаға тотона-тотона, йоҡо бүл­ мәһенән сыҡты. Уның артынан, ишек шаршауын асып, пин­ жәген ашығып кейә-кейә, йоҡоһо асылып та бөтмәгән, сәстәре туҙған... Николай Александрович атылып килеп сыҡты.

— Владимир Ильич ҡулға алынғанмы? — тип, тамам ап­ тырашта ҡалған Люлиҙең ҡулбашынан тотоп алды ул.

— Юҡ, юҡ, нимә һөйләйһегеҙ һеҙ?

— Улайһа кем һуң? Шотманмы? Рахьямы?

— Юҡ, юҡ, мин һеҙ... Неҙ ҡулға алынды тип хәбәр итер­ гә килгәйнем.

Николай Александрович, ҡоластарын йәйеп, һөйөнөстән ухылдап ҡуйҙы. Надежда Кондратьевна лып итеп ултырғысҡа барып ултырҙы.

— Бигерәк ҡурҡыттың бит, күгәрсенкәйем. Мин бит Вла­ димир Ильичте ҡулға алғандар икән, тип уйланым, — тине Надежда Кондратьевна яулығын һелкә-һелкә.

— Тимәк, Владимир Ильич ҡурҡыныстан ҡотолған! Ьал- ҡын тейҙермәгәнме? Мине бик әрләйме? — тип Николай Александрович Люлигә һорауҙар яуҙырырға тотондо.

Ә үҙе хаҡында былай һөйләне: уны беренсе поезд менән үк Белоостровҡа алып киткәндәр. Ундағы полиция начальни- ге болыпевиктәргә ҡарата айырыуса мәрхәмәтһеҙ булыуы менән дан тота икән.

36
Закрыть