Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 34.

дарын да уйлап төҙөнөләр: йәшерен әҙәбиәт һәм ҡорал йәшереү өсөн ҙур йәшерен урын ҡалдырып ике ҡатлы нигеҙ һалдылар, ят күҙҙәр тәҙрәнән ҡарамаһындар, был зәңгәр йорттоң эсендә нимәләр һөйләнеүен тыңлап тормаһындар өсөн, урмандан ҙур-ҙур ағастар алып ҡайтып юл буйына ултырт­ тылар.

Бөхтәлек һәм күркәмлек менән балҡып торған йорттарын төҙөп бөткәс, йәш Емельяновтар уны партия ҡарамағына тәҡдим иттеләр. Сестрорецк заводы социал-демократтарының күпме йәшерен кәңәшмәләре, түңәрәк занятиеләре, йыйылыш­ тары ошо йортта уҙғарылды!

1905 йылдың декабрендә Емельяновтарға полиция ябыры­ лып килеп инде. Полицейскийҙәрҙең аяҡ аҫтында ғына ҡорал һәм әҙәбиәт складтары, хатта ҡылымыҡтағы көрт ҡаплаған ҡуйы өйәңкеләргә лә мылтыҡтар элеп ҡуйылғайны. Йәш Емельяновтар йорттоң нигеҙен юҡҡа ғына ике ҡатлы итеп һалмағандар икән — полицейскийҙәр бер нәмә лә таба алма­ нылар, шулай ҙа Сестрорецк болыневиктәренең башлығы Емельяновты төрмәгә алып киттеләр. Надежда Кондратьевна шул саҡта уҡ дүрт баланы бер үҙе ҡараны, иренең партия эше буйынса бәйләнештәрен дә үҙ өҫтөнә алды.

Люли бәләкәй ҡапҡаны төртөп асты. Ҡараһа, Надежда Кондратьевна күтәрмәгә ултырған да нимәлер бәйләй, көтә күрәһең. Николай Александровичте көтә, әлбиттә, ә Люли уның ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр итергә тейеш.

Надежда Кондратьевна Люлиҙе күрҙе лә, барыһы ла һәй­ бәт, шикләнмәйенсә үтергә мөмкин, тигән ишара яһаны. Лю­ лиҙе өйгә алып инде һәм, артынан ишекте япҡас уҡ: — Йә, ни хәлдәләр, иҫән-аман барып еттеләрме? — тип һо­ раны.

Люли аҫҡы иренен тешләне, шарфының осон тартҡылай- тартҡылай, ҡот осҡос хәбәр менән уны иҫәңгерәтмәҫ өсөн, ни­ мәнән башларға, уны нисегерәк әҙерләргә белмәйенсә аптырап торҙо.

Ә Надежда Кондратьевна, нимәлер булғанын һиҙенеп: — Йә, тиҙерәк әйт инде. Әллә... бәлә бармы? — тип ҡаба­ ландырҙы уны.

— Эйе, мин күңелһеҙ хәбәр алып килдем, Надежда Конд­ ратьевна, — тине Люли, һәм ул был ҡатындың ҡобараһы осоуын, бармаҡтары менән өҫтәл ситенә тотоноуын күрҙе.

— Ҡулға алынғанмы? — тип һораны ул көскә-көскә генә.

— Эйе, — тине Люли. — Зинһар, һеҙ артыҡ көйәләнмә- геҙ, Үҙәк Комитеткә хәбәр иттек, уны азат итеү сараһын кү­ 2* 35
Закрыть