Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 33.

Люли мейестән балсыҡ көршәкте тартып сығарҙы ла унан стаканға һөт һалып, Соня эргәһенә инеп китте.

— Кеше үлем алдында ята, ә беҙ бында шаулашабыҙ, — тине Владимир Ильич шелтә менән. — Уға нисек ярҙам итер­ гә икән?

Рахья көрһөндө.

— Һуңдыр ахыры.

— «һуң» тигән һүҙ ниндәй ҡурҡыныс, — тип үҙалдына һөйләнгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы Владимир Ильич. — Һәм беҙ шуны бик йыш ишетәбеҙ...

Ойоҡсан килеш аяҡ осона ғына баҫып, ул бүлмәгә инеп китте, ҡыштырҙамаһын өсөн, ипләп кенә газеталар өҫтөнә ба­ рып ятты. Күҙҙәрен йоммайынса уйға сумды.

Төн ҡараңғылығында ҡабартып һалынған мендәрле урын ағарып күренә ине.

5. «ЭЙ Ҡ УРҠЫТТЫҢ ДА ҺУҢ!» Люли станциянан Емельяновтар йортона табан барған юл­ дан атлай һәм Надежда Кондратьевнаға иренең ҡулға алы- ныуы тураһында нисек әйтергә икән тип баш вата.

Емельяновтар ғаиләһе менән Люли әллә ҡасандан бирле таныш, ул Надежда Кондратьевнаның саялығына, эскерһеҙ­ легенә һәр ваҡыт һоҡлана.

Надежда Кондратьевна, ете ир баланың әсәһе, уңған ху­ жабикә, һары таңдан алып ҡараңғыға тиклем бешеренә, кер йыуа, теген тегә, баҡсала эшләргә лә өлгөрә, был йортсол ҡа­ тындың, талапсан һәм мөләйем әсәнең, большевик булыуын бер кем дә бер ҡасан да күҙ алдына килтермәй ине. Дүрт бала әсәһе булғас, Надежда Кондратьевна 1905 йылда Сестрорецк заводында ире етәкселек иткән һуғышсан дружинаға инә, дру­ жинаның башҡа ағзалары менән бергә ҡорал складтары ойош­ тора, йәшерен марксистик түңәрәккә йөрөй һәм төндә, бала­ ларын йоҡлатҡас, ҡулына китап алып, уҡырға тотона.

Люли тыныс урамға боролдо. Емельяновтарҙың өйө ми­ ләш, сирень ҡыуаҡтары араһында ултыра. Емельяновтар өйләнешкәс был йортто үҙ ҡулдары менән төҙөгәндәр. Йортто батҡыл урынға һалдылар, аҡ төндәрҙә йоҡламайынса эшләне­ ләр. Күрше-күлән, йәштәрҙең ал-ял белмәй йорт һалыуҙарын күреп, ярҙам итергә уйлағас, риза булманылар. «Рәхмәт һеҙ­ гә, үҙебеҙ генә эшләрбеҙ инде. Киләсәктә балаларға, был йортто атайығыҙ менән әсәйегеҙ һеҙҙең өсөн үҙ ҡулдары менән төҙөнө, тип маҡтанырбыҙ, исмаһам», — тинеләр улар. Йортто үҙҙәре өсөн ҡулайлы итеп кенә түгел, ә бәлки партия ихтыяж- 34
Закрыть