— Ҡайҙа юғалдың һин? — тип бәйләнде уға Рахья.
Бүлмәнән Владимир Ильич килеп сыҡты: — Көтә торғас, килеп етте! Ул-был ҡурҡыныс нәмә бул манымы?
— Юҡ, юҡ... — тине Шотман һәм уңайһыҙланып ҡына күҙлекһеҙ килеш станция исемен юнләп күрә алмауы, яңы лышып бер туҡталышҡа алдан төшөп ҡалыуы тураһында һөйләп бирҙе. Биш саҡрым араны уға йәйәү атларға тура килгән икән.
Владимир Ильич Шотмандың иҫән-һау килеүенә ҡыуа- ныуын йәшерә алманы, уның ҡолағынан тартып, ярым шаярып, ярым етди рәүештә: — Алама конспираторҙар һеҙ: юлды тикшермәгәнһегеҙ, карта ла, компас та алмағанһығыҙ, күҙлегегеҙ юғалған, поез- дан бер туҡталышҡа алдан төшөп ҡалғанһығыҙ. Бындай уйламай эшләү нимәгә ярай? Былай булһа, беҙ революциянан да ҡолаҡ ҡағырбыҙ, — тине.
— Владимир Ильич, улай тимәгеҙ? Эш ҡораллы восста- ниегә барып етһә, беҙ хата яһамабыҙ...
— Ҡәҙерле иптәш, восстаниегә лә әҙерләнергә кәрәк бит.
— Эх, халыҡтың сыҙамлығы урғылып сиктән ашһа, бөтә һе лә йәһәннәмгә китәсәк! Восстание — тауҙарҙан төшкән ташҡын ул...
— Был ташҡынға юнәлеш бирә белергә, уға ярҙам итергә кәрәк, юҡһа ул ябай бунт, заговор, авантюра ғына булып ҡа ласаҡ.
Шотман, ултырған еренән үртәнеп пенсне быялаһын һөртә- һөртә, еңешергә әҙерләнгәйне, әммә Владимир Ильич уны туҡтатты: — Сисенегеҙ, атаҡай, ҡайнар сәй әсегеҙ ҙә йоҡларға яты ғыҙ, хәҙер бәхәсләшер ваҡыт түгел.
Владимир Ильич, үҙенең ботинкаларын Эйно таҙартырға тотоноуын күрҙе лә асыуланып уның ҡулынан тартып алды: — Мин бындай яуаплы эште бер кемгә лә тапшыра ал майым. Быны мин һәр ваҡыт үҙем генә эшләйем.
Стенаның теге яғынан ҡаты итеп, быуылып юткергән тауыш ишетелде.
Владимир Ильич башын күтәреп ҡараны ла: — Бында берәйһе бармы әллә? Кем ул шулай ҡаты ютке- рә? -— тип һораны.
— Соня, Кальскенең ҡатыны.
— Ауырыймы ни?
— Эйе, — тине Люли бышылдап ҡына, — хәле ауыр... Үп кә ауырыуы... врачтар ҡышҡа саҡлы йәшәй алмаҫ, тиҙәр.
2 Заказ 241 33