Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 31.

ҡалды. Юҡ инде, булмай. Бәлки, иҫке газеталар табылыр, шу­ ларҙы түшәп, иҙәнгә ятырбыҙ.

Люли менән Эйно Владимир Ильичте нисек кенә өгөтләп ҡараһалар ҙа, яңы сәфәргә сығыр алдынан карауатта йоҡлар­ ға күндерә алманылар, ул ҡырҡа баш тартты.

Рахья соландан бер ҡосаҡ иҫке журналдар һәм газеталар алып инде.

— Александр Васильевич ҡайҙа юғалды икән? — тип ап­ тыраны Владимир Ильич. — Төндә станциялағы ығы-зығы ваҡытында бер-бер хәлгә тарымағандыр, моғайын, документ- тәре лә бәйләнерлек түгел.

— Минеңсә, ул йоҡлап киткән дә, Удельныйҙа төшә алмағас, Петроградтың үҙенә тиклем барырға ҡарар иткән, — тип Рахья уны тынысландырырға тырышты.

Төпләнгән ҡалын журналдарҙы Владимир Ильич баш аҫтына мендәр итеп һалды, газеталарҙан иҙәнгә ике түшәк түшәне.

Люли кухнялә эш менән мәшғүл ине. Рахья уның эргәһенә килде. Ул мамыҡ шәлен киң итеп асты ла иренең муйынынан ҡосаҡлап алды, уға һырыҡты.

— Ҡурҡышымдан үлә яҙҙым. Кеҙҙе тере килеш күреүҙән өмөт өҙгәйнем.

— Ай-люли, ҡәҙерлем Люли, — тип бышылданы Эйно Абрамович. — Большевик исемен йөрөтһәң дә, һин барыбер ҡатын-ҡыҙ шул. Саҡ ҡына илап ал инде. Мин барыбер лысма һыу.

— Ярай, килер бер ваҡыт, һәм мин үҙемдең нимәгә һәләт­ ле икәнлегемде күрһәтермен.

— Ә бит ул ваҡыт килеп етте, һәм һин үҙеңдең нимәгә һәләтле булыуыңды күрһәттең дә инде, минең ҡәҙерлем Люли. Мин шаяртам ғына. Ьин ҡыйыу иптәш һәм минең ҡәҙерле дуҫым.

— Ярай, етер инде, юғиһә шапыртып ебәрерһең дә мин үҙемде нимәгә лә булһа һәләтлемен икән, тип уйлармын...

— Ьин минең ысын хазинам бит, — тине Эйно, ҡатынын үбеп.

Люли мейескә утын өҫтәне лә еүеш кейемдәрҙе мейес ти­ рәһенә элеп ҡуйҙы. Рахья аяҡ кейемдәрендәге бысраҡты та­ ҙартырға тотондо.

Баш осонда ғына ҡыңғырау шылтыраны. Ишек төбөндә кемдер һаҡлыҡ менән генә епте тартты.

Рахья тәҙрәгә төбәлде. Түбәндә күтәрмәлә Шотман тора ине.

Александр Васильевич аяғында саҡ баҫып тора.

42
Закрыть