Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 30.

— Емельянов менән Шотман ҡайҙа һуң? — тип һораны Люли.

Рахья ҡашын йыйырҙы.

— Емельяновты Дибуныла юнкерҙәр эләктереп алды, дө­ рөҫөрәге, беҙгә поезға ултырып китергә мөмкинлек биреү өсөн, ул үҙен-үҙе тотторҙо, Шотман юлда юғалды. Мин уның беҙҙең поезға, күршеләге вагонға ултырыуын үҙ күҙҙәрем ме­ нән күрҙем, Удельныйға килеп еткәс, ер йотҡандай, әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы.

— Иртәнсәк үк Үҙәк Комитеткә хәбәр итергә кәрәк, Нико­ лай Александровичте ҡотҡарыу хәстәрлеген күрһендәр, ҡа­ тынын иҫкәртергә кәрәк буласаҡ, — тине Владимир Ильич. — Надюшаның ҡото осоп бөткәндер, әллә нәмәләр уйлай тор­ ғандыр. Ҡайһылай итеп уға белдерәһе икән?

— Владимир Ильич, беҙ уның менән дүшәмбе көн иртәнге сәғәт һигеҙҙә осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Ләкин Надежда Константиновна юлда төрлө хәлдәр булыуы ихтимал, йәкшәм­ бе көн ҡайтып етмәүҙәре лә мөмкин тип, йәшерен осрашыу урынына биш көн буйына килергә булды. Алтынсы көндө инде нимә булһа ла мин уның эргәһенә барырға тейешмен.

— Надюша молодец, көтөлмәгән тотҡарлыҡтарҙы ул һәр ваҡыт иҫәпкә ала, мин уның алдан күреүсәнлегенә һоҡланам. Шулай ҙа ул көйөнгән, мин уның холҡон беләм инде. Миңә тигән пропуск менән аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡты, шул пропускыға ысын мисәт һуға алмай йөҙәнеләр, ә минең доку- ментте шартына килтереп алғым килде. Бына шуға күрә һуңланыҡ та.

— Сәйнүк эҫе әле, ауыл эремсеге менән сәй эсербеҙ. Ул­ тырышығыҙ.

Икеһенең дә бик ныҡ йонсоғанлығын, күшегеп бөткәнлеген Люли әле генә шәйләп алды. Салбарҙары тубыҡтарына тиклем батҡаҡ, хатта пинжәктәре лә бысранған.

— Ә бына алмаш кейем юҡ. Эмилдең костюме берәү генә.

— Эйе-е... — тине Владимир Ильич, — был да беҙҙең про­ граммала ҡарап еткерелмәгән. — Ул устарын мейескә тейҙе­ реп алды. — Мейес йылы әле, иртәнгә тиклем кейемдәр кибер тип уйлайым.

Бик ихлас ашанылар. Ауыл эремсеге ғәжәп тәмле булып тойолдо, һөтлө, сахаринле кишер сәйе лә бик шәп булды.

— Бүлмәгә уҙығыҙ, Владимир Ильич, унда һеҙгә урын әҙер, — тип саҡырҙы Люли, ишеккә ҡоролған киндер шар­ шауҙы асып.

Владимир Ильич көлөп ебәрҙе: — Эйе шул, был кейем менән таҙа түшәккә генә ятырға 31
Закрыть