Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 29.

— Мин ризамын тип әйтмәнемме ни әле?

Люли Петр Генриховичте ҡыҫып ҡосаҡлап алды.

— Атай, ниндәй һәйбәт кешеһең һин. Пролетар рухыңды юймағанһың, ергә күммәгәнһең. Тимәк, йәкшәмбе көн кис беҙ дуҫыбыҙҙы бында алып киләбеҙ. Петербургтан килгән иң һуң­ ғы поезға Териоки станцияһына шул көндө ат ебәрерһең ин­ де, мунса яғырһың, әсәйем иҙгән картуфтан бәрәмәс бешер­ һен, Һин бүлмә әҙерлә. Минеңсә, уға беҙҙең һөт айырта торған бүлмәлә уңайлыраҡ булыр. Ләкин был бүлмәне аҡларға, иҙә­ нен йыуып сығарырға, өҫтәл менән ултырғыс ҡуйырға, тәҙрә­ ләргә тотош ҡорғандар элергә кәрәк, — тип әмер бирҙе Люли.

Шул саҡ атаһы, Люли, һин миңә офицер һалдатҡа бойор­ ған кеүек бойороҡ бирәһең, тип һуҡранды. Ләкин Люли ата­ һының һәр нәмәне еренә еткереп эшләйәсәген белә, бөгөн станцияға өсөнсө тапҡыр ат та ебәргәндер һәм, моғайын, ул борсолалыр.

Люли ҡапыл сайҡалып китте, берәй нәмәгә тотонмаҡсы булып, ҡулдарын алға һуҙҙы.

Бына бәлә: күҙҙәре үҙенән-үҙе йомолоп, аяғөҫтө йоҡлай киткән дәбаһа. Йөрәге ҡыҫылып, йыш-йыш тибә башланы.

Тышта ҡойоп ямғыр яуа, бөләңгерт һоро күк йөҙөн асырға ынтылғандай, ҡайындар сайҡала.

Парктан ике кеше килеп сыҡты, күләүектәргә лә ҡарама­ йынса атлайҙар. Тик көткән кешеләр түгел. Улар дүртәү бу­ лырға тейеш. Ленин, Эйно, Александр Шотман һәм Николай Емельянов. Люли уларҙың һәр ҡайһыһын таный. Ә былар икәү генә. Люли үҙенең көмөрөрәк, үҫмерҙәрсә ҡаҡса кәүҙәле Эйноһын танымай буламы һуң? Был бит ул, Эйно, иҫән-һау! Эргәһендә кем? Эргәһендә кем һуң? «Ул»мы икән ни?

Люли ойоҡсан килеш кенә кухнягә сыҡты ла әкрен генә ишекте асты, ағас баҫҡыс буйлап йылдам ғына түбәнгә төштө, келәне ысҡындырҙы.

Уларҙы алға үткәреп ебәрҙе. Икенсеһе — Ленин ине. Уны ул ҡараңғыла ла таныны.

Кухнягә ингәс: — Кәйбәт килеп еттегеҙме? — тип һораны.

— Бик яҡшы килдек, — тип яуап ҡайтарҙы Владимир Ильич икеһе өсөн дә. — һаумыһығыҙ, ҡәҙерле Лидия Петров­ на. Борсолғанһығыҙҙыр инде, әлбиттә?

— Юҡ, һеҙ минең Люлиҙе белмәйһегеҙ әле, Владимир Ильич... Ул борсола белмәй, ул көтә белә, — тине Рахья, ир­ кәләп кенә ҡатынының яурынынан һөйөп алды. — Әгәр ҙә мин иртәгә ҡайтам тип китәм икән, ул мине өс көндән һуң ғына көтә.

30
Закрыть