Эйно Люлиҙән, Ленинде уның атаһының йортонда йәшереп торорға мөмкинме, тип һорағас, Люли: «Эйе, мөмкин», — тип ҡәтғи яуап бирҙе һәм Карелия муйыны урмандары эсендәге Я л кала ауылына юл тотто. Люлиҙең атаһы элекке Литер эш сеһе, ҡорос ҡойоусы булған, хәҙер торпары арендатор крәҫ тиән булып иҫәпләнә. Ишле ғаилә менән йәшәү Питерҙә еңел түгел — Люлиҙең алты ҡустыһы һәм бер һеңлеһе бар. Атаһы завод менән хушлашты ла ауылға күсеп ҡайтты, бында уның атаһынан ҡалған бәләкәй генә йорто һәм ҙур булмаған ере бар ине.
— Атай, мин Эйноға Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан эҙәр ләнгән бик һәйбәт кешене, эшсе-большевикте һинең өйөңдә йәшереп торорға вәғәҙә бирҙем, — тине Люли. — Мин хаталан мағанмынмы, атай?
Петр Генрихович төрөпкәһен быҫҡытып, сал ҡаштары аҫ тынан ғына ҡыҙына ҡарап алды, ләкин яуап бирергә ашыҡ маны. Люли уның ҡаршыһында бәләкәс кенә булып ултыра, әгәр ҙә оҙон ҡара юбка кеймәһә, уны үҫмер ҡыҙыҡай тип уй ларға мөмкин. Сәсен артҡа йыйып төйнәгән, сырайы асыҡ, алсаҡ йөҙөнән бөтәһен дә күреп була, эсендәге тышында, Люли көтә. Зәңгәр күҙҙәре ҡапыл йәшелләнеп киткәндәй бул ды, атаһының яуапты оҙаҡҡа һуҙыуына ҡыҙы асыулана, йә не көйә, «юҡ» тип әйтеп ҡуйыуынан ҡурҡа. Ьәйбәт ҡыҙ, булдыҡлы ла, үҙһүҙле лә. Петр Парвиайнен үҙе бүләк иткән уға бындай холоҡто. Әммә ул сабыр була белә, ә Люли түҙем һеҙ, уның уйында бары тик революция ла буржуазия менән көрәш, йәғни халыҡ бәхете өсөн көрәш кенә. Ә ул, бәхет тигә нең, халыҡҡа йылмайырмы һуң? Бер ҙә күренмәй бит әле. Батшаны ҡолаттылар ҡолатыуын, ләкин буржуазия һаман яуызлыҡ ҡыла, власть улар ҡулында. Люли бөтәһе лә яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ышана. Ышана, ә бына көтөргә сабырлы ғы етмәй. Ҡара һин уны, бармаҡтарын ҡайһылайыраҡ йоҙ роҡтарына ҡыҫа, әллә ҡартайып бөткән атаһы менән алы шырға самалай инде? Күҙҙәре, Питкяярви күле төндә нисек булһа, шулай дөм ҡара булып китте.
— Мин яуап көтәм, атай. Үтенәм һинән.
Улай үтенмәйҙәр, ә талап итәләр. Болыневикте рус власе нән йәшереп алып ҡалыуҙы талап итәләр. Ә уның, Парвиай- нендең, ҡатыны һәм, Люлиҙе иҫәпләмәгәндә, тағы ла ете ба лаһы бар. Хәйер, ни өсөн ул, Парвиайнен, власть эйәләренән ҡурҡырға тейеш әле? Был уның власе түгел, сит, буржуйҙар власе, уның үҙендә эшсе намыҫы, намыҫына ул үҙе хужа.
— Атай! — тип Люли өмөтһөҙләнеп атаһының еңенән тартты.
29