Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 27.

Люли маңлайын һалҡын тәҙрә быялаһына терәне лә шунда уҡ ситкә тайпылды: тыштан күреп ҡалыуҙары мөмкин, урам фонаренең яҡтыһы биткә төшмәһен өсөн, тәҙрә эргәһе­ нән ситкәрәк китергә кәрәк.

Йылы мейескә һөйәлергәме икән әллә? Юҡ, хәҙер үк йоҡо баҫыр. Бүлмә уртаһына тороп алырға ла, бер нәмәгә лә һөйәлмәйенсә, баҫҡан килеш кенә юлды күҙәтергә кәрәк.

Көтөп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, бәлки?.. Кем менән һөйләшергә, кемдән һорарға һуң? Хатта үҙенең ике туған ҡустыһы, партия ағзаһы Эмиль Кальскегә лә үҙенең борсо- лоуын белдерергә хаҡы юҡ уның. Эмиль төнгө сменанан эш­ тән ҡайта ла: «Бөтәһе лә тәртиптәме?» — тип һорай. «Бөтәһе лә тәртиптә», — тип яуап ҡайтара Люли.

Тормошта иң ауыры — көтә белеү. Эйно көтә белә. Әгәр ҙә Люли партия эштәре менән йәшерен осрашыуға китә икән, ул иренә: «Өс сәғәттән ҡайтырмын», — ти. Ә Эйно, уны үбеп: «Мин һине биш сәғәттән көтөрмөн. Иртәрәк ҡайтаһың икән — күңелле сюрприз булыр», — тип яуап бирә. Эйноның сығып китеүе була, Люли уны көтә лә башлай һәм ул әйләнеп ҡайт­ ҡансы йәне сыға яҙа. «Көтә белеү — ышана белеү тигән һүҙ ул». Эйно һәр саҡ шулай ти. Тиҙҙән ҡайтып етерҙәр улар, ҡайтып етерҙәр һәм Эйно уның хәүефләнеүенән көлөр... Әгәр ҙә ҡайтмаһалар?

Люли үҙенең ирен яҡшы белә. Ул ҡораллы, аҡтыҡҡы ми­ нутына тиклем көрәшәсәк. Эйноны ҡулға ала алмаҫтар, уны үлтерергә генә мөмкин. Үлтерергәме? Юҡ, юҡ! Люли ҡаршы­ лыҡ белдереп башын сайҡап ҡуйҙы — сәсенә ҡаҙаған ҡыҫ­ тырғыстары ҡойолдо, толомо туҙылып арҡаһына төштө. Юҡ тигәс, юҡ. Эйно буйға ҙур түгел, ҡарап тороуға сибек, башы ялтырай башлаған, үҙе шаҡтай көмөрө булһа ла, саҡма таш­ тай ныҡ.

Люли йәш сағында оҙон, зифа буйлы, бөҙрә сәсле егеткә кейәүгә сығырға хыялланды. Ә Эйноны бер күреүҙә яратты ла ҡуйҙы, хәҙер уның өсөн Эйнонан да сибәр, унан да аҡыллы кеше юҡ. Эйноны бөтәһе лә: Люлиҙең ҡустылары ла, һеңлеһе Анна ла яҡын күрә, атаһы менән әсәһе лә үҙ улдары кеүек яраталар. Әммә ләкин ҡырыҫ холоҡло атаһының Люлиҙең болыневиккә, етмәһә төрмәлә ултырған кешегә кейәүгә сы­ ғыуы хаҡында ишетергә лә теләмәгән саҡтары бар ине. «Ул төрмәлә ултырыр — һин уға аҙыҡ ташырһың, һуңынан яңғы­ ҙың балаларың менән интегерһең, шул буламы тормош», — тигәйне. Тик Люли үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. «Атай, мин больше­ вик, минең ирем дә большевик булырға тейеш», — тине ул. Ҡыҙының яңылышмағанлығын атаһы хәҙер үҙе үк күрә.

28
Закрыть