Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 26.

Люли, тәҙрәнән күҙен дә алмайынса, ике төндө ҡараңғы бүлмәлә ары-бире йөрөп үткәрҙе. Бөгөн дә, өсөнсө төндө лә, шулай уҙғарасаҡ.

Аяҡтан итектәрҙе сисергә кәрәк. Соня уның бүлмә буйлап йөрөгәнен һиҙмәһен. Ә йөрөмәйенсә булмай — йоҡлап ките- үең бар. Шәм тоҡандырырға ла ярамай, тәҙрәләге ут инергә* ярамағанлығын аңлатыусы сигнал бит. Береһенән-береһе имә- несерәк уйҙар килә башҡа. Йоҡоһоҙ уҙғарған төндәр дер ҡалтырата.

Люли, шәлен елкәһенә һалып, тәҙрә янына барып баҫты. Бынан, икенсе ҡаттан, Удельнический паркы буйлап үтә тор­ ған юл яҡшыраҡ күренә, төнөн парк ҡуйы ҡара урман төҫөнә инә. Улар, парк аша сығып, юлды киҫеп үтәсәктәр, ошо* ваҡыт эсендә Люли аҫҡа төшөп ишектең келәһен ысҡынды­ рып өлгөрөргә тейеш. Күрмәй ҡалырға ярамай.

Керенский газеталары бөгөн иртән, властәр Лениндең тор­ ған урынын белә, хатта йәшеренеп йәшәгән йортоноң номерен асыҡлай алдылар, тип яҙғайны. Бәлки, ысынлап та белгән­ дәрҙер? Ҡайҙа йәшеренгән һуң ул? Эйно уны бында ҡайҙан алып килергә тейеш? Ире үҙе әйтмәй, Люли һорамай. Люли «Ленин» тигән һүҙҙе бары күңеленән генә әйтә, ә уның тура­ һында Эйно менән гәпләшкәндә, улар икеһе лә «ул» тип кенә һөйләшәләр.

Ә Надежда Константиновна? Ул да бит, Люли шикелле үк, өсөнсө төн зарығып көтә, бынан ул да алыҫ түгел, моғайын, тәҙрә төбөндә баҫып торалыр, Люлиҙең, Владимир Ильич килде, иҫән-һау, тип килеп хәбәр биреүен көтәлер... Тик Люли үҙ урынын ташлап китә алмай. Өсөнсө төн инде көтә, ә ыша­ ныс сәғәт һайын кәмегәндән-кәмей бара. Ни булды икән улар­ ға? Ҡулға алдылармы әллә? Үлтерҙеләрме?..

«Ҡатын-ҡыҙҙар хафаланыу, хәүефте шапыртыу, үҙ-үҙҙә- рен ҡурҡытыу өсөн яратылғандар», — тигәйне ҡасандыр Эйно, Люли хаҡында түгел, ә ниндәйҙер байбисә тураһында әйткәйне ул, шулай ҙа Люли үҙен шуға сағыштырып ҡараны ла бынан һуң һис ҡасан да ваҡытынан элек борсолмаҫҡа үҙенә-үҙе һүҙ бирҙе. Надежда Константиновна төрлө ҡурҡы­ ныс нәмәләр уйлап йөрәген ғазапламайҙыр, моғайын. Осра­ шырға тейешле квартираларға килгәндә, ул һәр саҡ сабыр, күңелсәк, ысынлап та әхирәтенең хәлен белергә генә килгән тиерһең, ә Люлиҙең ҡурҡыуҙан күҙҙәре шарҙай була. Бына әле лә Эйно һәм «уның» өсөн, йәғни Ленин өсөн, шомланыу­ ҙан уның йөрәге сәнсеп-сәнсеп ала.

27
Закрыть