Соня саҡ-саҡ ишетелерлек итеп: — Ә һин Эмилгә һөт биреп ебәрҙеңме һуң? — тип һораны.
— Кәт тә, икмәк тә, эремсек тә бирҙем...
Ә ысынында иһә Люли Сонянең иренә төнгө сменаға эшкә киткән саҡта, ауылдан үҙе алып килгән эремсекте яғып, бер һыныҡ икмәк биреп ебәргәйне, һөт Соня өсөн генә ине. Доктор ауырыуға яҡшылап туҡланырға — йомортҡа, аҡ май, аҡ икмәк ашарға ҡушҡайны. Ә икмәк магазиндәрендә бары яр тышар ҡаҙаҡ ҡына икмәк алып була, уға ла ниҙәр ҡушып бешерелгәнен хоҙай үҙе генә белһен. Шул ярты ҡаҙаҡ икмәк өсөн дә күпме сират торорға кәрәк. Сонянең ире Эмиль Кальске «Айваз» заводында токарь булып эшләй. Эмиль дә, Люли менән уның ире Эйно Рахья кеүек, болыневиктәр пар тияһының ағзаһы. Эмиль үҙенең квартираһын конспиратив осрашыуҙар өсөн партияға биреп ҡуйҙы. Был аҙнала ул төнгө сменала эшлёй. Бында кемдәр осрашасағын Эмиль белмәй ҙә, һорамай ҙа: партия конспирацияһының шарттары бындай эштәр хаҡында артыҡ һөйләнмәүҙе талап итә.
— Эмиль бахырға ҡыйын, — тип бышылдап ҡына өндәш те Соня. — Ул төнгө сменанан эштән ҡайта, ә мин ютәлләп уға ял итергә ҡамасаулайым. Ләкин мин һауығасаҡмын, шу лаймы, Люли?
— Әлбиттә, һауығаһың, яҙ еткәс тә, мин һине Ялкалаға атайымдарға алып барам, унда яңы һауған йылы һөт эсерһең, урмандың саф һауаһын һуларһың, таҙарып-сәләмәтләнеп ки терһең.
— Эмиль минән башҡа нисек йәшәр икән инде? — тип ҡыс ҡырып дауам итте Соня үҙенең уйын. — Өйләнешкән саҡта мин тап-таҙа инем, ә хәҙер...
— Әгәр ҙә тыныс булһаң, үҙеңде сабыр тотһаң, һин тиҙ һауығырһың.
— Люли, һин ниңә йоҡламайһың? Ике төндө бүлмә буй лап йөрөп үткәрҙең, мин ишетеп яттым. һ.ин ниңәлер борсоу лы? Эйно ҡайҙа?
— Шулай тойолған ғына ул һиңә, — тип уны тыныслан дырырға ашыҡты Люли, — мин ике төндә лә күрше бүлмәлә бик ҡаты йоҡланым. Эйно әштә әле. Ул һәр ваҡыт әштә.
— Йә, улайһа, йоҡлайыҡ, — тине Соня, ризалашып.
Люли һуҡыр шәмдең филтәһен баҫыбыраҡ, яҡтылыҡ төш мәһен өсөн, уның алдына китапты асып һөйәп ҡуйҙы ла шым ғына күрше бүлмәгә сығып китте.
Зарығып көткән өсөнсө төн.
Эйно, алтыһында, йәкшәмбе көн ҡайтырбыҙ, тигәйне, бы на инде шишәмбегә ҡаршы төн дә килеп етте.
26