лып өйҙәренә тайҙылар. Уларға нимә? Беҙҙең һыйыр янһа ни,, улар башҡа урынға китәсәктәр. Мин, бөтә мөлкәтемде таш лап, ейәнемде күтәрҙем дә сығып киттем, бына уны Питергә* ҡыҙым янына алып китеп барам. Унда ла ашарға юҡ... улар ҙа беҙҙең һыйырға күҙ терәп йәшәйҙәр ине. Ҡасан һуғыш бө төр икән? Әйт әле, балаҡайым!
— Керенский әфәнде генә белә инде ул хаҡта, — тип яуап ҡайтарҙы Рахья, тулҡынланыуын көскә тыйып.
— Керенский еңгәнгә, Питерҙе немецтәргә биргәнгә тиклем һуғышты туҡтатмаясаҡ, — тип нәфрәтләнеп яуап бирҙе Вла димир Ильич менән йәнәш ултырған һаҡаллы ир.
— Министр-председателгә тел тейҙермәгеҙ, юнлерәк һөйлә шегеҙ, хөрмәтле әфәнде, — тип чесуча пинжәкле ир һүҙгә> ҡыҫылды.
Рахья өндәшмәне — бәхәс ҡуҙғатыуҙың кәрәге юҡ ине.
Ул Владимир Ильичкә ҡапма-ҡаршы ултыра. Ильич ба шын мөйөшкә терәгән дә йоҡлағанға һалышып бара. Рахья тәҙрә төбөнә таянып, бармаҡ араһынан ғына Владимир Иль ичкә, уның йомоҡ күҙҙәренә, паригенең һорғолт бөҙрәләренә ҡарай. Талсығыуҙан уның күҙ төптәре күгәргән. Рахьяның йөрәге был кешегә ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ нескә тойғолар менән тулы ине...
4. ӨСӨНСӨ ТӨН Ауырыуҙың ослайып ҡалған битенә һуҡыр шәмдең емел дәгән яҡтыһы төшә. Уның ҙур асылған, баҙырайып торған өмөтһөҙ моңһоу күҙҙәре бер нөктәгә төбәлгән. Ул хәлһеҙ ҡул дарын күкрәгенә һалған, ябыҡ нәҙек бармаҡтары менән аҡ япманың йыйырылған урындарын төҙәткеләй.
Бер яҡ ситтәрәк ултырғыста Люли ултыра һәм әхирәте нән күҙен дә алмай. Тәмәке фабрикаһында эшләгән бәләкәй Соня чахотканан үлергә ята.
Ямғыр тамсылары тәҙрәгә бәрелә.
Ҡатындар икеһе лә өндәшмәйҙәр.
Бына ауырыуҙың интектергес ютәле башланды. Ҡулдары менән ауырыуҙың арҡаһынан тотоп, Люли уның ябыҡ, эҫе кәүҙәһен саҡ ҡына ҡалҡытты. Сонянең ғыжылдағаны, йөрә генең дөпөлдәп типкәне ҡулға һиҙелеп тора, тәмәке саңдары менән ағыуланған үпкәһенә ҡан һауған.
Бер аҙҙан Соня тынып ҡалды. Ютәле баҫылды. Люли таҫ тамал менән ауырыуҙың маңлайындағы тирен һөрттө, сәсен һыйпаны, кухнянән йылы һөт алып инде.
25>