Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 23.

Владимир Ильич баҫҡыс тотҡаһына йәбеште лә йәһәт кенә дамбурға һикереп менде. Уның артынан Рахья күтәрелде.

Өсөнсө ҡыңғырау!

Паровоз тәгәрмәстәрен ярһып әйләндерҙе лә аҡрын ғына ҡуҙғалып китте. Кешеһеҙ ҡалған платформа ситенән бер-бер артлы вагондар үтеп китте. Станция дежурныйы ҡулында юл асыҡ тигәнде аңлатыусы сигнал — йәшел флаг елберҙәй. Поезға һикереп менгән өс кешене дежурный күрҙе күреүен, ләкин был уның эше түгел, билетһеҙҙәр бар икән, ана кон­ дукторҙар тикшерһен, ә ул станция дежурныйы, ул Петро- градҡа бөгөн һуңғы поезды оҙатты, хәҙер уға ҡыҙыл фураж­ каһын һалырға ла өйгә ҡайтып ял итергә мөмкин.

Владимир Ильич менән Рахья буш вагондың бер мөйөшөнә генә урынлаштылар. Түшәмдә фонарь сайҡалып бара.

— Емельянов оҙаҡҡа ултырмаһа ярар ине, — тип көрһө­ нөп ҡуйҙы Рахья.

— Мин дә уны нисек итеп ҡотҡарыу хаҡында уйлайым, — тине Владимир Ильич, борсолоп. — Николай Александрович бөтә ауырлыҡты үҙ өҫтөнә алып, беҙгә китергә мөмкинлек тыуҙырҙы.

Вагон аша аҡ монар шыуышыуы күренеп ҡалды, әйтерһең дә, тәҙрәләргә болот һарылған. Тәгәрмәстәр тыҡылдауы әк­ ренәйҙе. Торф янғынының төтөнө ярыҡтарҙан вагонға инеп тамаҡты ҡытыҡланы.

Алдағы станцияла бер юлы ябырылып вагонға халыҡ тулды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулында ҡурҡҡан сабыйҙар илаш­ ты.

— Нимә яна? — тип һораны Рахья бала күтәргән әбейҙән, уға әйберҙәрен багаж кәштәһенә ҡуйырға ярҙамлашты.

— Баҙлыҡ яна... торф... Сестрорецкигә тиклем арала яна. Кистән поезға ултыра алмай ҡалдыҡ, дачниктәр бөтәһе лә Нитергә ҡайтып киттеләр. Тын алыр ҙа әмәл юҡ, өй эсе тулы төтөн. Янғын беҙҙең ауылға яп-яҡын ҡалды, кәбәндәрҙе үртә­ не, болонда йөрөгән ике һыйыр ут эсенә төшөп киткән. Бына бәлә, бына бәлә! Бесән генә күпме әрәм булды — иҫәбе-хисабы юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә эше юҡҡа сыҡты... — Әбей һыңҡыл­ дап илаған ҡыҙҙың сәсенән һыйпап: — Ярар, шыңшыма! — тине.

Владимир Ильич, күҙҙәрен ярым йомоп, иғтибар менән уларҙың һүҙҙәрен тыңлап бара.

— Ут юлдарын быуыу өсөн траншеялар ҡаҙырға кәрәк, — тине Рахья.

— Кем ҡаҙыһын? Әлеге шул бисәләрме? Ир-ат барыһы ла һуғышта... Ә Питер дачниктәре ҡойроҡтарын һыртҡа һа- :24
Закрыть