Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 22.

Бына ул яҡтылыҡ төшкән ергә туҡтаны ла папиросын алып бер-бер артлы шырпы һыҙырға кереште. Уның эргәһенә юнкер килде, нимәлер һорашты. Емельянов аңлайышһыҙ итеп яуап ҡайтарҙы... Ҡулы менән ниндәйҙер ишара яһап, юнкер уға үҙ артынан барырға ҡушты. Николай Александрович уға бәйләнергә кереште. Уның эргәһенә платформалағы башҡа юнкерҙәр ҙә йыйылып китте, ҡулынан тотҡас, Емельянов ки­ ҙәнә башланы. Шунан һуң көтмәгәндә Шотман уның ҡысҡы­ рып: «Хәҙер, хәҙер мин һеҙгә документтәремде күрһәтәм»,— тиеүен ишетте. Ул ҡулдарын бутай-бутай кеҫәләрен аҡтара, иҫеректәрсә көлә-көлә: «Ғәфү итегеҙ инде, ҡәҙерле әфәнделәр, документтәремде рояль өҫтөндә онотоп ҡалдырғанмын, ә роялде форточканан инеп урлап алып сыҡҡандар»... — тип һөйләнә. Юнкерҙәр уның ҡулын шаҡарып тоттолар. Кәр хәл­ дә, уларға эш табылды. Емельянов ысҡынырға тырышып ты­ бырсынды, әрләште. Бына яҡынлашып килгән поезд тауышы ишетелде. Шул мәл ул бар көсөнә һөрән һалды : — Ебәрегеҙ мине, миңә китергә кәрәк, Петербургка бара торған поезд килә бит. Китергә кәрәк! Китергә!

Юнкерҙәр шау-шыу килеп, һүгенә-һүгенә Емельяновты вокзал эсенә алып инеп киттеләр.

Ул ҡарышып ҡараны, ләкин ни эшләйһең бит — еңелде. Шунда Шотман Николай Александровичтең: «Китергә кә­ рәк!» — тип уларға сигнал биргәнен аңланы.

Александр Васильевич тиҙ-тиҙ генә шыуышып кире китте.

— Кеҙ ишеттегеҙме, Николай Александрович «китергә» тип сигнал бирҙе, — тип бышылданы ул Владимир Ильичтең ҡолағына. — Икенсе ҡыңғырауҙан һуң перронға сығабыҙ. Артҡы вагонға инергә тырышығыҙ, ул беҙҙең тәңгәлдә генә туҡтаясаҡ, мин күрше вагонға ултырырмын.

Поезд килеп етте һәм паровоз арығандай бер-ике бышҡыр­ ҙы ла туҡтаны.

Перрон бөтөнләй бушап ҡалған, дежурный ғына, станция ҡыңғырауының бауын тотоп, фонарь эргәһендә тора. Ут яҡ­ тыһында уның ҡыҙыл фуражкаһы нәҡ миләш тәлгәше һымаҡ ҡыҙарып күренә.

Беренсе ҡыңғырау!

Рахья торорға әҙерләнде. Шотман борсолоп пенсне быяла­ һын һөрткөләне.

Икенсе ҡыңғырау!

— Ҡуҙғалдыҡ, — тип шыбырҙаны Рахья.

Перронға сыҡтылар. Вокзал эсенән әле булһа ығы-зығы, һүгенеү тауыштары ишетелә. Емельянов, күрәһең, һаман да ғауғалаша ине.

23^
Закрыть