Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 21.

серәкәйҙәр ҡалын башалтай аша ла тәнде талайҙар, парик аҫтына, ҡыйыҡ яғалы күлдәктең киң ең эҫтәренә килеп инә­ ләр. Шундай үҙәккә үтәләр, серәкәйҙәрҙән ҡотолоу өсөн тимер кейем кейәһеңме ни!

Станция фонаре нурҙарында фуражка, итек кейгән кеше­ ләрҙең күләгәләре сағылып ҡалды. Хәрбиҙәр, юнкерҙәр ахы­ ры. Эштәр хөрт... Рахья юткереүҙән саҡ-саҡ тыйылды, әсе төтөн уның ауырыу үпкәләрен ярһытҡайны. Владимир Ильич- тең дә тамағы әсетә. Ул кеҫәһенән бер ус миләш алды, Шот­ ман менән Рахьяға ла бирҙе, әсе төтөндән һуң хатта миләш тә татлы кеүек тойолдо, күңелде асып ебәрҙе.

Аҡ алъяпҡыс бәйләгән тимер юл эшсеһе платформаны һепереп йөрөй. Уларҙың баш осонда ғына һепертке шыштыр- ҙаны.

Канаулы минуттар бер-бер артлы үтә торҙо, ә Емельянов һаман күренмәй.

Николай Александровичтең оҙаҡлауына әсенеп, Шотман да разведкаға бармаҡсы булды. Ул Рахьяның терһәгенә төрт­ тө лә: — Мин киттем, — тип бышылдап ҡына өндәште.

Шыуышып ҡына ул станция йорто эргәһенә үк килеп етте һәм иҫән ҡалған күҙлек быялаһын күҙенә яҡын килтереп ҡараны ла, башын артҡараҡ саңҡайтып, таҡта стеналағы: «Дибуны» тигән яҙыуҙы уҡыны. Үҙе саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Дибуны станцияһы сиктән ете саҡрым самаһында ғына, был инде сик зонаһы, бында бөтә кешене лә, айырыуса пассажир- ҙәрҙе ныҡ тикшерәләр. Ваҡыт бик һуң булыуға ҡарамаҫтан, перронда юнкерҙәрҙең күмәкләп ары-бире йөрөүен бары шу­ ның менән генә аңлатырға мөмкин. Яҡтылыҡ төшкән урындан уҙған саҡтарында, ул юнкерҙәрҙең йәшел-һоро мундирҙәрен, ҡупшы ғына итеп маңлайҙарына төшөрөп кейгән фуражка­ ларын, билдәренә быуған ҡайыштарын шәйләп ҡалды, айырым һүҙҙәрен һәм тотош һөйләмдәрен дә ишетте. Улар үҙ-ара теләр-теләмәҫ иренеп кенә һөйләшәләр, тәмәке көйрәтәләр, төкөрөнәләр, йоҡомһорап иҫнәйҙәр. Тәжрибәле ҡарт конспи­ ратор Шотман станцияла иҫ китерлек бер нәмә лә юҡлығын, юнкерҙәрҙең көндәгесә патруллек итеүҙәрен, эшһеҙлектән интегеүҙәрен аңланы.

Бына ниндәйҙер йәнләнеү һиҙелде. Шотман, ҡулдарын арҡыс-торҡос һелтәп, иҫерек кеше һымаҡ сайҡала-сайҡала платформа буйлап китеп барыусы Емельяновты күреп ҡалды.

Тупаҫ ҡысҡырыу ишетелде: — Туҡта!

Емельянов юлын дауам итте. v , 22
Закрыть