кин? Ҡот осҡос хәлгә дусар булырға? Ни өсөн? Был дыуамал ҡаһарманлыҡтың, бындай авантюраның ниңә кәрәге бар?
— Бында мин дә ғәйеплемен, — тип әкрен генә әйтеп ҡуйҙы Шотман. — Һеҙҙең икенсе урынға күсеүҙе ойоштороу миңә тапшырылғайны. — Ул тамам кәйефһеҙләнгән Николай Александровичте яҡларға тырышты.
— Эйе, эйе, һеҙ ҙә ғәйепле, һәм бөтә бәләләрҙән ҡотҡа рыусы ошо ғына тип, үҙенең револьверҙәрен таҙартыусы Рахья ла ғәйепле. Ә беҙгә ни бары ябай юл картаһы менән компас ҡына кәрәк ине. Профессиональ революционерҙәр улай эшлә мәйҙәр, революцияға былай әҙерләнмәйҙәр. Хатта беҙ әле үҙе- беҙҙең ҡайҙа икәнлегебеҙҙе лә, ҡайҙа барасағыбыҙҙы ла, кем- дәргә осрарыбыҙҙы ла белмәйбеҙ.
Паровоздың һуҙып ҡысҡырыуы урмандағы бөтә тауышты баҫты.
— Поезға китергә сигнал бит был! Тимәк, станция яҡын! — тине лә Емельянов һикереп торҙо.
— Ниндәй станция? — тип талапсан һораны Владимир Ильич.
Быныһын инде Емельянов белмәй ине. Улар тәғәйенләп барған Левашове станцияһы тирәһендә ҡом карьере юҡ, ти мәк, бөтөнләй икенсе урынға килеп сыҡҡандар. Ләкин ҡай ҙа? Ниндәй станция икән был?..
3. АУЫРЛЫҠТЫ ҮҘ ӨҪТӨНӘ АЛДЫ Станция яғына юл тоттолар. Томан эсендә бөләңгерт уттар йымылдап күренде. Тимер юл платформаһының һыҙатланышы төҫмөрләнде. Кеше тауыштары ҡолаҡҡа салынды. Тимер юл полотноһы буйындағы өсҡат һәм ерек ағастары ҡаплаған ка науға боҫтолар. Бешеп өлгөргән өсҡат емешенең әскелтем еҫе бөтә тимер юлдар өсөн дә хас булған айырым «букет»: кар бол кислотаһы, мазут, тимер-томор, шлак еҫтәре менән ҡу шылғайны.
— Мин разведкаға барам, минән сигнал булғансы йәки урап килгәнсе өсөгөҙ ҙә ошонда тороғоҙ, — тине Емельянов бышылдап ҡына.
Владимир Ильич, Рахья менән йәнәш ятып, яҫы тегәнәк япраҡтарын айырып, боҫоп ҡына платформала ара-тирә күрен геләгән күләгәләрҙе күҙәтте, бындағы хәл-әхүәлде белергә тырышты. Ҡолаҡ төбөндә генә серәкәйҙәр безелдәй. Владимир Ильич пинжәк яғаһын күтәреп башын эскәрәк йәшерҙе, ағас ботағы һындырып алып, баш осонда һелтәнергә кереште: 21