Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 18.

Ерҙән эҫе бәрә башланы.

— Һаҡ булығыҙ! Аяҡ аҫтында ут. Минең эҙгә баҫып ҡына килегеҙ, — тип иҫкәртте Емельянов.

Улар көслө янғын һыҙығынан үтеп баралар ине. Хата аҙым яһаһаң, ут эсенә төшөп китәсәкһең, пар болотона әйлә­ нәсәкһең. * Рахья, балаһын ҡурсыған әсәләй, ҡулдарын йәйеп, Вла­ димир Ильич артынан бара, бер ни эшләргә лә хәленән кил- мәүенә асыуланып, тештәрен шығырҙата: әгәр ҙә Ильич яҙа баҫһа, ул бит ярҙам ҡулы ла һуҙа алмаясаҡ. Һыуҙан еңел сығарыр ине Рахья, сөнки ул бынамын тигән йөҙөүсе, дошман пуляһенән үҙ кәүҙәһе менән ҡаплар, янған йорт эсенән күтә­ реп алып сығыр ине. Ә аяҡ аҫтында ер сайҡалғанда, үҙеңде өҙөлөргә торған тартылған ау өҫтөнән атлағандай тойғанда, ҡуйы төтөн мамыҡ һымаҡ тамаҡҡа, үпкәгә тулып күңелде болғатҡанда нисек ярҙам итергә һуң?

Рахья ҡулын кеҫәһенә тыҡты. Был бәләнән револьвер ҙә ҡотҡара ала бит. Револьверҙәренең бөтәһен дә алып һауаға атып ебәргеһе килде, бәлки кем дә булһа ишетер ҙә бәләнән ҡотҡарыр. Ләкин бынан һис тә кәм булмаған икенсе бәләгә — юнкерҙәр ҡулына эләгеүең бар. Өҙлөкһөҙ юткереү Рахьяның ауырыу үпкәләрен телгеләй, барыбер ул түҙергә, аяҡтан йығылмаҫҡа тейеш. Эйно, атла, ҡыйыуыраҡ атла, һинең эр­ гәңдә Ильич, һин уның ғүмере өсөн яуаплыһың... Партия һиңә уны бөтә дошмандарҙан, торф янғынынан да һаҡлау бу­ рысын йөкләтте...

Емельянов кесерәйә һәм бер-береһенән алыҫая барған ҡыуаҡтарҙың һыҙатланышын төтөн эсендә саҡ-саҡ ҡына айыра. «Был тамуҡтан имен генә ҡотолһаҡ ине инде, Ильичте һәм иптәштәрҙе һәләк итмәһәм ине», — тип ғазапланып уй­ лай ул. Ә шунан һуң ул Үҙәк Комитеткә барыр ҙа: юлды алдан тикшермәгәйнем, карта әҙерләмәнем, компас алманым, мине һис ғәфү итерлек түгел, тип әйтер.

Ҡыуаҡтан-ҡыуаҡҡа, түңгәктән-түңгәккә баҫып атлайҙар.

Шотман һөрлөгөп китте, пенснеһен көскә-көскә генә тотоп алды, ләкин шул тиклем ныҡ ҡыҫыуҙан ҡулында быялалары тына тороп ҡалды. Быяланы күҙенә ҡуйып, Александр Ва­ сильевич күберәк ишетеү буйынса, Ильич аяғы аҫтында шарт-шорт иткән сыбыҡ-сабыҡ тауышынан ғына ҡайҙа ба­ ҫырға кәрәклеген самаланы. «Әгәр ҙә яҙа баҫһам, дәфтәр ҙә минең менән бергә янасаҡ», — тип борсолоп уйланы ул һәм, ныҡлабыраҡ тыңлап, Владимир Ильич эҙенә генә баҫырға тырышты.

19
Закрыть