Емельянов Владимир Ильичтең ҡулынан тотоп уны үҙ; артынан тартты, ситкә һикерҙе.
— Тыныс ҡына! — тип бойороусан итеп әйтте Владимир Ильич, Емельяновты туҡтатып. — Бындай ваҡытта ни эш ләргә кәрәклеген тыныс ҡына тикшереп ҡарайыҡ әле.
— Бәлә... бәлә... Владимир Ильич, — тип мығырҙаны ҡау шаған Николай Александрович, — беҙ торф янған һыҙатҡа эләктек.
Ниндәй юнәлештә барырға һуң? Карта ла, компас та юҡ. Емельянов алабарманлығы өсөн, үҙенең «бәлки »йе өсөн үҙен язаларға ла әҙер ине.
Төтөн ҡуйырғандан ҡуйырҙы, йондоҙҙар юғалды, Николай Александрович үҙҙәренең аҙашыуын аңланы.
— Беҙ көнбайышҡа ҡарай атлағанда, ел беҙгә ҡаршы иҫә ине, шулай булғас, елгә ҡаршы барырға кәрәк.
Был — Владимир Ильичтең тауышы. Уның менән килеш теләр — елгә ҡаршы киттеләр. Ҡул һуҙымы ерҙә бер нәмә лә күренмәй ине инде.
Емельянов ахырҙа үҙ-үҙен ҡулға алды.
— Ҡулъяулығығыҙҙы күләүектә сылатығыҙ ҙа ауыҙығыҙ ға ҡуйығыҙ, — тип кәңәш бирҙе ул иптәштәренә, — түңгәк тәргә генә баҫып атларға тырышығыҙ... Ҡабаланмағыҙ.
Владимир Ильич менән уның юлдаштарының ҡот осҡос; ҡурҡынысҡа дусар булыуын бары ул ғына аңлай ине булһа кәрәк.
Торф янғыны — ҙур бәхетһеҙлек инде ул. Торф ялҡынһыҙ,, ерҙең үлән, ҡыуаҡ тамырҙары менән тоташҡан йоҡа ҡатламы аҫтында быҫҡып ҡына яна. Янғын торф ҡатламы буйлап ур ман аҫтына шыуыша, ағастарҙың тамырын яндыра ла уларҙы ауҙара. Янып ятҡан торф эсендә температура мең, унан да юғары градусҡа етә. Көт һымаҡ ҡуйы төтөн ғазаплы юткертә.. Төтөн эсендә оҙаҡ тороуҙан кеше тонсоғоп үлергә мөмкин.
Кешелә атылып саф һауаға сығыу теләге тыуа. Бындай бәләнән бары тик көслө ғәйрәт, таҫыллы булыу ғына ҡотҡара.
Улар яй ғына, аяҡ аҫтарындағы түңгәктәрҙе һәрмәй-һәр- мәй генә барҙылар, кәүҙәләрен еңелерәк тоторға тырыштылар, бер-береһен күҙҙән юғалтмау һәм артыҡ яҡынайып та китмәү өсөн, араларында билдәле алыҫлыҡ һаҡлап атланылар.
Ҡараңғылыҡта кескәй генә шыршы ләүкеп китте: бөто энәләре менән ләүкене лә, ҡыҙыл көрән туҙандарын һибеп, юҡ та булды. Утлы осҡондар ҡоро үләндәр өҫтөнән югереп үтте ләр, был көслө уттар аҡ томан эсендә йөрөйҙәр кеүек, тойолдо.
18