Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 165.

Икеһе лә бер юлы һөйләй, кисәге көн тәьҫораттары менән бүлешәләрҙер, моғайын. Колонна сығынтыһында Рахья улты­ ра, уның эргәһенә Люли һыйынған. Улар Емельяновты күрен ҡалдылар, уға ҡул болғанылар.

Матрос, Емельяновҡа төртөп: — Ҡара әле, ҡара, ана тегендә, икенсе люстра тәңгәлендә^ ҡара сарафан, буйлы кофта кейгән бер ҡатын ултыра... — тине.

— Күрәм. Надежда Константиновна ул, Ильичтең ҡаты­ ны. Мин уны беләм.

— Уны әллә мин белмәйемме? — тине матрос, үпкәләбе- рәк. Беҙ бишенсе йылдан бирле таныш. Алтынсы йылда мин графиня Панинаның Халыҡ йортонда әлеге кеүек тәҙрә тө­ бөндә ултырғайным. Ильич унда эшсе Карпов булып сығыш яһағайны. Ул саҡта Владимир Ильич иң тәү башлан «Йә­ шәһен еңеүсән революция!» тип әйтте. Бына көткән көн кил­ де. Бына ул йәшәй. Ниндәй революция бит әле, со-циа-а- листик!

Ахыр сиктә Ленин күренде. Ул трибунаға бер төркөм ип­ тәштәр менән сыҡты.

— Ильич! Ура! — тигән һүҙҙәр ишетелде беренсе рәттәр­ ҙән, һәм ҡеүәтле «ура-а-а» тауышы, ярға һуғылған көсла тулҡын шикелле, трибунаға ҡайтанан тулҡынып ҡайтты. Бө­ тә зал аяғүрә баҫты, һалдат папахалары үргә сөйөлдө; таҫ­ маларын елберҙәтеп, бескозыркалар һауала талпынды ла һал­ маҡ ҡына килеп төштөләр, майға ҡатып, йәмшәйеп бөткән кепкалар, түшәмгә тейеп, әйләнеп тулғанды.

Күп тауышлы зал еңеү хөрмәтенә «ура» ҡысҡыра. «Йә­ шәһен Ильич!» «Йәшәһен Совет власе!» Бәхетле Ильич тул­ ҡынланып, ғорурланып баҫып тора.

— Эх, Владимир Ильичтең бында сығыш яһаясағын иҫкә1 алмағанмын, —тине Рахья Люлиҙең ҡолағына. — Мин уға пинжәктең ябайырағын, иҫкерәген һайлағайным бит.

Владимир Ильичтең күңелен залда тантана иткән шатлыҡ хистәре солғап алды. Ахырҙа ул, тынысланығыҙ тигәндәй, ҡулын күтәрҙе һәм залдағыларҙың ултырышыуҙарын һораны.

Ләкин бөтәһе лә аяғөҫтө тороуҙарын дауам иттеләр. Шун­ да уҡ тынлыҡ урынлашты, бары тик люстраларҙың хрусталь сулпылары ғына сылтырай ине.

Яңы властең беренсе һүҙе тыныслыҡ тураһында.

— Тыныслыҡ тураһындағы мәсьәлә хәҙерге замандың; көн үҙәгендә торған, иң өлгөргән ауыр мәсьәлә, — тип башла­ ны Владимир Ильич.

166
Закрыть