Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 164.

сә генә «кәзә тояғы» ураны. Папирос ҡағыҙын йыртып, тәмә­ кеһен «кәзә тояғы»на тултырып башын оҫта ғына итеп бөктө лә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Владимир Ильичкә ҡараны.

— Тартығыҙ, тартығыҙ! Был юлы рөхсәт итәм.

Владимир Дмитриевич тәмәкеһен тоҡандырҙы.

Надежда Константиновна ла Ильичтең ошондай ваҡытта ҡапыл ғына кәзә тояғы яһау ысулы менән ҡыҙыҡһыныуын аңлай алманы.

— Йә, йә, нисек, — тип түҙемһеҙләнеп һораны Владимир Ильич. — Тартып буламы?

— Була, була.

— Бик шәп, — тип ҡәнәғәтләнеп ҡулдарын ыуғылап ал­ ды Владимир Ильич. — Әйтегеҙ әле, һеҙҙең нәшриәт скла­ дында шундай календарҙәр бармы?

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп, — тип яуап ҡайтарҙы Бонч-Бруевич, — календарь ҡуйыу өсөн күп төрлө буяу менән эшләнгән бынамын тигән таяуҙар ҙа өйөлөп ята.

— Эй, таяуҙарҙың кәрәге юҡ, бына календарҙәр бик кәрәк. Бөгөн беҙ ер тураһында Декрет ҡабул итәсәкбеҙ, газеталарҙа айырым листовкалар итеп баҫтырып сығарасаҡбыҙ. Йөҙәр мең тираж менән. Ьалдаттарға таратып бирербеҙ, ауылға алып ҡайтһындар ҙа крәҫтиәндәргә уҡып күрһәтһендәр. Юлда улар был газеталар, листовкалар менән тәмәке төрөп тартасаҡтар, ҡайтҡас, декрет хаҡында үҙ һүҙҙәре менән һөйләйәсәктәр, бутап бөтөрәсәктәр. Декрет менән бергә беҙ уларға берәй төр­ гәк календарь ҙә бирәйек. Шуларҙан «кәзә тояҡтары» урап тартһындар әйҙә, ә декрет баҫылған газеталарҙы крәҫтиән­ дәргә бөтөн килеш алып ҡайтһындар. Календарҙәр бик уңай­ лы нәмә, — тип һөйләнде Владимир Ильич, битенән тәмәке төтөнөн ситкә ҡыуып. — Беҙгә Смольныйға ҡайтырға ваҡыт түгелме икән?

...Советтәр съезының 26 октябрҙәге киске ултырышында халыҡ ғәҙәттән тыш күп булды. Съезға восстаниелә, Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа ҡатнашыусылар килде. Революция да­ уылы съезд делегаттары составын меныневиктәрҙән, уң эсер- ҙарҙан, буржуазияның бөтә ярҙамсыларынан игенде кәбәктән саф ел осороп таҙартҡан шикелле таҙартты. Смольныйҙың аҡ колонналы актовый залы халыҡ менән шығырым тулғайны.

Николай Александрович Емельянов ҡыҫыла-ҡыҫыла залға инде лә тәҙрә төбөндә, бер матросты ҡыҫыңҡырап, үҙенә урын тапты. Залда, оркестрҙә увертюра алдынан булғандағы һы­ маҡ, төрлө тауыштар геүләп торҙо.

Емельянов тирә-яғына ҡарап алды. Ана ҡыҙыл яулыҡлы ике ҡатын, ҡосаҡлашып, бер-береһенә нимәлер һөйләйҙәр.

165
Закрыть