Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 161.

— Юҡ инде, юҡ, йоҡларға, йоҡларға, йоҡларға, — тине Бонч-Бруевич ҡәтғи рәүештә.

— Йоҡларға, йоҡларға, — тигән һүҙҙәр менән ҡаршыланы Надежда Константиновна Владимир Ильичте. — Бер нәмә ту­ раһында ла һөйләшмәйәсәкмен мин.

— Йоҡларға икән, йоҡларға, — тип күндәм генә ризалаш­ ты Владимир Ильич.

Ул үҙенә билдәләнгән бүлмәгә үтте, карауаттағы юрғанды асты, ауыр башмаҡтарын һалды ла уларҙы туҡ иттереп иҙән­ гә ҡуйҙы. Утты һүндерҙе. Карауатта ултырған килеш кенә ишек аҫтындағы ярыҡтан күренгән ут яҡтыһын күҙәтте — Владимир Дмитриевич ҡасан йоҡларға ятыр икән, тип көттө.

Ә Бонч-Бруевич ишектең биктәрен тикшерҙе, револьверҙәр- ҙе ҡорҙо ла мендәр аҫтына һалды, телефонды диван эргәһенә үк килтереп ҡуйҙы.

Владимир Ильич түҙемһеҙлек менән көтә.

Ахыр сиктә яҡты һыҙат ҡараңғылыҡта ялт итте лә юғал­ ды.

Владимир Ильич, тын да алмайынса, әллә иртәнге сафлыҡ­ тан, әллә шатлыҡлы тулҡынланыуҙан ҡалтыранып, шыпырт ҡына яҙыу өҫтәле эргәһенә килде, өҫтәл лампаһының абажу­ рын газета менән ҡапланы ла ут тоҡандырҙы. Ҡолаҡ һалып тыңлап алды — тып-тын. Өҫтәлдә ятҡан папканан бик һәйбәт бер бит ҡағыҙ һайлап алды, һаҡлыҡ менән генә пероны ҡара­ ға манды. Лампа яҡтыһында пероның осонда зәңгәр ут тоҡа­ нып киткәндәй булды. Ғәҙәте буйынса, бармаҡтары менән сикәһен баҫҡылап алды. Еңел һулап ҡуйҙы.

Пероның ялтырап торған осо ҡағыҙға ҡағылды ла саҡ ҡына ваҡытҡа туҡтап ҡалды.

«Нимә тип атарға һуң? — тип уйланы Ильич. — Исеме бик мөһим».

Шунда уҡ хәл ителде. Пероны ҡара һауытына нығыраҡ манды, аҡ ҡағыҙ битенә зәңгәр яҡтылыҡ бөрккәндәй, шундай һүҙҙәр ялтырап китте: «ЕР Т У Р А Һ Ы НД А ДЕКРЕТ » Был — Совет власенең, эшселәр һәм крәҫтиәндәр власенең беренсе законы буласаҡ. Халыҡ революцияла еңеп сыҡты һәм һис кисекмәҫтән уның изге емештәрен дә күрергә тейеш.

Ильич аҫҡараҡ, ҡағыҙ ситенән саҡ ҡына буш урын ҡал­ дырып, эре итеп «1» һанын яҙып ҡуйҙы һәм уны түңәрәк йә­ йәләр эсенә алды. Асыҡ хәрефтәр менән йылдам итеп: «Ергә помещиктәрҙең милке һис кисекмәҫтән һис бер тү­ ләүһеҙ юҡҡа сығарыла...» тип яҙҙы.

162
Закрыть