— Был бит ғәжәп һәйбәт! Башымда йәнде көйҙөрә торған ят нәмә юҡ, — тине ул, кепкаһын һалып һәм усы менән ял тыр башын һыйпап.
Смольныйҙың тирә-яғындағы урамдар ҡырмыҫҡа иләүенә * һәм бөтә Петроград хәрби лагергә оҡшағайны.
— Газеталар менән эш нисек тора? — тип һораны Влади мир Ильич.
— Буржуаз газеталар бөтәһе лә ябылды, — тип яуап ҡай тарҙы Бонч-Бруевич. — Бөгөн сыҡмайҙар инде. Редакцияларҙа тентеү үткәрелде, ҡағыҙ дәүләт ҡарамағына тапшырылды.
— Барыһы ла дөрөҫ һәм закон буйынса, яңы власть зако ны буйынса эшләнгәндер, тип ышанам? — тине Владимир Ильич, төпсөнөп.
— Эйе, эйе, комиссарҙар Хәрби-революцион комитеттең ҡушыуы буйынса эш алып барҙылар.
Лениндең яҡты йөҙө ҡапыл ҡараңғыланып китте.
— Владимир Дмитриевич, — тип үтенес менән өндәште ул Бонч-Бруевичкә, — бөгөн үк Георгий Валентиновичкә һаҡлау грамотаһы ойоштороғоҙ.
— Плехановҡамы? — тип аптыраны Бонч-Бруевич.
— Эйе, эйе. Юғиһә уның уңайһыҙ хәлгә ҡалыуы ихтимал. Берәйһе уның позицияһын хәтеренә төшөрөр ҙә, уны контрре волюционер тип ҡулға алырҙар.
— Эйе-е, — тип башын сайҡаны Владимир Дмитриевич, — Плехановтың Питер пролетариатына өндәмә менән сығыш яһа ғанын беләһегеҙме һеҙ?
— Шулаймы ни? — тип ҡыҙыҡһынды Владимио Ильич. — Был юлы нимәгә өндәй һуң ул?
— Питер пролетариаты власте юҡҡа ғына үҙ ҡулына алды, ти, — төрлө бәлә-ҡазалар юрай һәм ауыр һөҙөмтәләр буласаҡ тип күрәҙәлек итә.
— Меҫкен Георгий Валентинович! Беҙҙең еңеүгә теге, элек ке Плеханов ниндәйерәк шатланыр ине лә бит. Ләкин беҙ, Владимир Дмитриевич, Плехановтың философияһын комму- низмдең мәжбүри дәреслектәр серияһына индерәсәкбеҙ, мот лаҡ индерәсәкбеҙ. Был бит бөтә халыҡ-ара марксизм әҙәбиә тендә иң һәйбәт философия. — Владимир Ильич һүҙенән туҡтаны һәм тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы. — Эйе, эйе, Плеха- новты өйрәнмәй тороп, аңлы ысын коммунист булып булмай.
— Ә Алексинский менән нимә эшләргә һуң? Ул бәндәнең ҡасып китеүе лә мөмкин.
Владимир Ильич ерәнеп ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы.
— Беләһегеҙме, иҫ киткес матур иртә, хатта йоҡлағы ла килмәй.
161