Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 158.

Самокатсылар яңынан Ҡышҡы һарайға юнәлделәр һәм: «Ҡулса ҡыҫыла»... «Ҡулса ҡыҫылды»... — тигән хәбәр алып килделәр.

Владимир Ильич Хәрби-революцион комитеттә. Ул Ҡышҡы һарайҙы штурмлау менән етәкселек итә. Ул съезға барманы — хәҙер һөйләшер, бәхәсләшер мәл түгел. Революция яҙмышын хәҙер дискуссиялар түгел, ә Питер урамдарындағы ҡораллы восстание генә хәл итә ала.

Съезға 649 делегат йыйылды, шуларҙың 390-ы болыневик- тәр ине.

— Владимир Ильич, съезд асылды, — тип әйтергә килде Яков Михайлович. — Кеҙ киләһегеҙме?

— Тулыһынса еңгәс кенә барырмын.

— Меныневиктәр һәм эсерҙар ярһып шашыналар. Съезға «болыпевиктәр тарафынан ойошторолған хәрби заговорға һәм власте тартып алыуға» ҡаршы протест декларацияһы менән килделәр. Ваҡытлы хөкүмәт менән һөйләшеүҙе талап иттеләр.

— Ваҡытлы хөкүмәт менән «һөйләшеү »ҙе революцион полктар һәм Ҡыҙыл гвардия отрядтәре Карай майҙанында алып баралар инде, — тип көлөмһөрәп яуап бирҙе Ленин.

— Уларға ниндәй ҙә булһа яуап һүҙе әйтергә кәрәк булыр бит инде.

— Кис шикһеҙ. Ҡышҡы һарайҙы алыу менән үк яуап һү­ ҙебеҙҙе әйтербеҙ.

Самокатсы яңынан Карай майҙанына елдерҙе һәм: «Ҡыш­ ҡы һарайҙы штурмлау башланды!»— тигән хәбәр алып килде.

Штурм башланыуы тураһындағы хәбәр съезд залында ығы-зығы ҡуптарҙы, уң эсерҙар менән меныпевиктәр ҡоторон- до. Улар Ваҡытлы хөкүмәтте йәндәре-тәндәре менән яҡларға әҙерҙәр. «Мин хәҙер үк Карай майҙанына барам, — тип аҡыра яҡлаусыларҙың береһе әсе тауыш менән, өҫтөндәге күлдәген йыртып, — мин ҡоралһыҙ килеш барам да күкрәгемде пуля аҫтына ҡуям. Миңә атһындар әйҙә». «Миңә лә атһындар...» «Миңә лә... Кәм миңә лә... Штурмды туҡтатығыҙ»,— тигән тауыштар ишетелә.

Владимир Ильич Хәрби-революцион комитеттә. Ул һуңғы һәм хәл иткес һуғыш менән етәкселек итә.

Ахыр сиктә 26 октябргә ҡаршы төнгө 2 сәғәт 10 минутта Антонов-Овсеенко килде.

— Ҡышҡы һарай алынды! Ҡышҡы һарай алынды! Ва­ ҡытлы хөкүмәт ҡулға алынды һәм Петропавловск крепосенә ябылды, улар ышаныслы һаҡ аҫтында. Керенский ҡасып өл­ гөрҙө.

159*
Закрыть