Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 157.

Был төндә Ҡышҡы һарай менән Смольныйҙың бөтә тәҙрә- .ләрендә лә ут балҡып торҙо.

Ҡышҡы һарайҙа Ваҡытлы хөкүмәт ултырыш үткәрә. Һуң­ ғы тапҡыр ултырыш уҙғара ине.

Смольныйҙа пролетариаттың беренсе власть органы — Хәрби-революцион комитет эш алып барҙы.

Революцияның дәһшәтле дауылы иң юғары көсөргәнешкә барып етте, ләкин ул дауылға юнәлеш биреп була, был дауыл кемдәргә ҡаршы дауылланһа, шулар өсөн генә ҡурҡыныс ул.

25 октябрҙә иртән бөтә үҙәк позициялар революцион час­ тәр ҡулында ине инде.

Революция еңде.

Иртәнге сәғәт унда Владимир Ильич «Россия гражданда- рына!» тигән ҡыҫҡа ғына өндәмә яҙҙы. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған көрәш һөҙөмтәһен ун юл үҙ эсенә һыйҙырҙы.

«Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылды. Дәүләт власе башында Петроград пролетариаты һәм гарнизоны торған Петроград эшсе һәм һалдаттар Совете депутаттары ҡулына күсте.

Халыҡ уның өсөн көрәш алып барған эш: һис кисекмәҫтән демократик ярашыу төҙөргә тәҡдим итеү, ергә помещиктәр милкен юҡҡа сығарыу, етештереү өҫтөнән эшселәр контроле ҡуйыу, Совет хөкүмәте төҙөү эше тәьмин ителде.

Йәшәһен эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр революция­ һы!» Ләкин, Ваҡытлы хөкүмәт ҡулға алынып, Петропавловск крепосенә ябылғас ҡына, тулыһынса еңеү буласаҡ, әлегә ул Ҡышҡы һарайҙың күркәм Малахит залында ултырыш уҙғара.

Владимир Ильич Ҡышҡы һарайҙы алыуҙы ашыҡтырҙы. Әлегә Ваҡытлы хөкүмәт, ҡамауҙа ҡалһа ла, тышҡы донъя менән бәйләнештән өҙөлгән булһа ла, Ҡышҡы һарайҙа улты­ рыш үткәрә. Шулай булғас, революция тамам еңде тип әйтеп булмай әле. Советтәр съезы асылғансы, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылырға тейеш.

25 октябрҙә киске 9 сәғәт 40 минутта, съезд асылырға бер сәғәт ҡалғас, «Аврора» крейсере Ҡышҡы һарайға һөжүм башланыуы хаҡында сигнал бирҙе.

Владимир Ильич ун-ун биш минут һайын самокатсыларҙы Ҡышҡы һарайға ебәреп торҙо. «Ни өсөн штурм башлан­ май?» — тип белеште. — «Кронштадт лы лар килеп етмәнеләр әле. Финляндиянан миноносецтәр килеп етмәне әле...» — тип яуап ҡайтарҙылар. Владимир Ильич ашыҡтырҙы.

Съезд 10 сәғәт 40 минутта асылды. Ҡышҡы һарай әле алынмағайны.

158
Закрыть