Рахья баҫҡыс рәшәткәһенә һөйәлде лә, ҡабаланып ары- бире йөрөүсе ҡораллы кешеләргә ҡарап, ҡыуанып көлөп ебәрҙе.
«Эх, ниндәй бәхетле һин, Рахья, иҫ киткес бәхетлеһең!» — тип уйлап ҡуйҙы ул күңеленән генә.
Баҫҡыстан Антонов-Овсеенко менеп килә. Рахья уны ҡул тыҡлап алды ла, бармағын ирендәренә ҡуйып, шат сырай менән асыҡ ишек эргәһенә алып килде. Антонов-Овсеенко таныш ялтыр башты, ҡосаҡтарға барып ингән киң арҡаны һәм Яков Михайловичтең, пенснеһен тотҡаһынан тотоп, күҙҙәрен һөртөп тороуын күрҙе.
— Ильич Смольныйҙа! Восстание менән Ильич үҙе етәксе лек итә! — тигән һүҙҙәр коридорҙарҙа яңғыраны, телефон сыбыҡтары буйлап геүләне, самокатчиктәр күптән көтөлгән был күңелле хәбәрҙе заводтарға һәм казармаларға еткерҙеләр* 27. БЕРЕНСЕ КӨН Революция рубильниген тоташтырыу өсөн Ленин ҡулы кәрәк ине.
Восстание тулы көс менән һәм план буйынса башланып китте.
Ҡаланың үҙәк майҙаны уратып алынған. Күперҙәр восста ние күтәреүселәр ҡулында. Хәҙер Нева өҫтөндәге күперҙәрҙе контрреволюцияның юлына ҡаршы ҡуйыр өсөн күтәрергәме әллә ашҡынып килеүсе эшселәр, һалдаттар, матростар колон наһына бирергәме икәнлеген улар хәл итә.
Вокзалдар эшсе дружиналар ҡулында... Телеграф алынды... Телефон станцияһы Смольный ҡарамағында, Ҡышҡы һарайҙа телефондар бөтөнләй өҙөлдө... Радио станцияһын алыҫ тулҡын дарға көйләйҙәр... Банк сейфтәре эшселәр һағы аҫтында...
Ҡышҡы һарайға инеү юлына әрҙәнә утын өйөмдәренән бар рикадалар яһағандар. Баррикадаларҙан пулемет кәбәктәре тырпайып күренә. Бер мең һигеҙ йөҙ штыклы юнкерҙәр, пра- порщиктәр, удар ҡатын-ҡыҙҙар батальоны, казактар Ҡышҡы һарайҙы һаҡлай, ишек алдына алты орудие, ике броневик ҡуйылған.
Ҡышҡы һарай тирәһенә революцион частәр килә. Мойка йылғаһынан Неваға тиклем араны ҡамауға алалар. Никола ев күперенән һарайға һөжүм итеү бурысы моряктәргә тапшы рылған — был иң төп удар, Ҡыҙыл гвардия отрядтәре восста ние күтәргән полктар менән бергә Ҡышҡы һарайҙы ҡамауҙы тамамлайҙар. Контрреволюция көстәре бәреп инмәһен өсөн, ҡамау һыҙығы артына заслон ҡуйылған.
151!