Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 155.

Броневиктәр, йөк машиналары урам буйлап елә, мотоцикл­ дар тырылдай, бөтәһе лә Смольный яғына табан ашығалар. Берәй машина ултыртып алһа икән дә бит. Ана, Галадай утрауынан Торба заводы эшселәре машинала китеп бара. Май айында Ильич улар алдында сығыш яһағайны. Берәйһе танып ҡалмаһын тип, Владимир Ильич яңағына тотона, битен ҡаплай.

— Нимә, тешең һыҙлаймы әллә, туған? — тип һөрәнләне кузовтағы бер эшсе, уға табан эйелеп. — Саҡ ҡына сабыр ит инде, тиҙҙән беҙ серегән аҙау теште бөтөнләйгә һурып ташлая­ саҡбыҙ, һинең тешеңдең һыҙлауы нимә генә ул?

Атлы юнкерҙәр патруле юлға арҡыры төшә. Владимир Ильич, яңағын тотҡан килеш, артабан ашыҡты. Рахья юрамал бер юнкер менән һөйләшеп ҡалды.

Сердобольскаянан Смольныйға тиклем ун саҡрым.

Бына трамвай ҙа килеп туҡтаны.

Вагон вожатыйынан: — Ҡайҙа бараһың? — тип һорай Рахья.

— Паркка.

Парк нәҡ Смольный юлы өҫтөндә. Былай булғас, юл уңды!

Рахья менән Ленин буш трамвайға инәләр. Ленин бер мөйөшкә һыйына ла яңағын тотоп ултыра.

— Был ҡоралланған халыҡ ҡайҙа ашыға һуң? — тип һо­ рай Рахья кондукторҙан.

— Билдәле инде ҡайҙа икәнлеге — буржуйҙарҙы туҡмарға» Трамвай, боролоштарҙа тығырҙап, аҡрын ғына бара, ҡы­ ҙыл байраҡтар тотҡан эшселәр менән шығырым тулы йөк машиналары елдереп үтә.

Советтәр съезы асылыуға бары һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды.

Бына трамвай паркка килеп етте. Бараһы урын хәҙер алыҫ түгел инде.

Смольный алдындағы ҙур майҙанда усаҡтар дөрләп яна. Матростар, һалдаттар, эшселәр сафҡа теҙеләләр, мотоциклдар тырылдайҙар.

Рахья Ленин артынан саҡ-саҡ эйәреп бара. Ауырыу үпкә­ һе, боҙолған орган шикелле, ғыж-ғыж килә.

Бына икенсе ҡат, өсөнсө... Владимир Ильич пальтоһы ме­ нән кепкаһын һалды, яңағын ураған яулыҡты систе һәм, саҡ ҡына уйланып торғас, париген дә алды ла кепкаһы эргәһенә элгескә элеп ҡуйҙы.

— Ваҡытында өлгөрҙөк, рәхмәт, — тип ул Рахьяның ҡу­ лын ҡыҫты ла бейек аҡ ишектән инеп тә китте.

156
Закрыть