— Был хатты Выборг районына гына илтегеҙ инде, Марга рита Васильевна, уны хәҙер үк Үҙәк Комитеткә тапшырһын дар. Югерегеҙ, зинһар, извозчик тотоғоҙ, тик йәһәтерәк булы ғыҙ. — Владимир Ильич уның талсыҡҡан, ағарынған йөҙөнә ҡараны, ләкин бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Маргарита Васильевна барыһын да үҙе аңлай ине.
Маргарита Васильевнаның ишекте ябып сығып китеүе бул ды, Владимир Ильич Рахьяға: — Эйно Абрамович, ә беҙ һеҙҙең менән Смольныйға китә беҙ. Ашығыс рәүештә китәбеҙ, — тип өндәште.
— Ҡурҡыныс бит әле. Беҙҙе көндөҙ шәм яҡтыртып тигән дәй эҙләйҙәр, — ләкин Владимир Ильичтең асыуын саҡ-саҡ ҡына тыйып тороуын һиҙеп, Рахья килешергә мәжбүр бул ды. — Әйҙәгеҙ улайһа, тик тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Әйтәйек, һеҙҙең тешегеҙ һыҙлай, ти, яңағығыҙҙы яулыҡ менән бәйләйек — паригегеҙ ҙә нығыраҡ торор, пальтоның да иҫкерәген кейегеҙ. ^ Рахья шкафтағы кейемдәр араһынан иҫкерәктәрен һайлай, Владимир Ильич өҫтәлгә эйелеп яҙыу яҙа. Рахья өс мөйөшләп бөкләнгән яулыҡ тотоп уны көтөп тора. Ирекһеҙҙән уның күҙҙәре яҙыуға төштө. «Мин һеҙ минең барыуымды теләмәгән урынға киттем. Hay булығыҙ. Ильич», — тип яҙылғайны унда.
Рахья был яҙыуҙы Ильичтең Маргарита Васильевна өсөн яҙмауын аңланы. Әгәр ҙә уға яҙған булһа, өндәш һүҙҙән баш лар һәм аҙаҡтан ҡултамғаһын да ҡуймаҫ ине. Шулай уҡ Лениндең Смольныйға барыуы-бармауы Маргарита Васильев наның теләгенән генә тормай ҙабаһа...
Был яҙыуҙың, Ильичтең ҡайҙа киткәнен белеп торһондар өсөн, Үҙәк Комитеткә яҙылғанын Рахья аңлай; ышаныслыраҡ булһын тип, Ильич Маргарита Васильевнаға хaт биреп ебәрҙе, сөнки юлда уның юнкерҙәр ҡулына эләгеп ҡуйыуы бар, әгәр ҙә үҙе барып етә алмаһа, хаты барып етер. Съезд асылыуға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, бәхәстәр, ыҙғыштар күп булыр, меныневиктәр менән эсерҙар кемуҙарҙан һүҙ көрәштерер, ә Керенский революция муйынына сабырға ҡылысын күтәргән дә инде...
Сердобольскаянан Смольныйға тиклем ун саҡрым ара. Ваҡыт көтөп тормай, күперҙәрҙе айырып ҡуйыуҙары мөмкин.
— Шул тиклем шәп атламағыҙ әле, — тип үтенде Рахья, — юғиһә кешеләр иғтибар итә.
— Хәҙер бөтәһе лә ашыға, етмәһә, минең тешем һыҙлай. Уны тиҙерәк тамырынан йолҡоп ташларға кәрәк, юҡһа эштәр харап. Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк, йәһәтерәк.
155