Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 152.

«Иптәштәр!

Был юлдарҙы мин 24-ендә кис яҙам, хәл сиктән тыш ҡыр­ ҡыулашты. Хәҙер инде восстаниене һуңлатыуҙың ысын мәғә­ нәһендә үлем менән бер булыуы көн кеүек асыҡ.

Иптәштәргә барлыҡ көсөм менән шуны белдерәм: хәҙер бөтә нәмә ҡыл өҫтөндә тора, сираттағы мәсьәләләрҙе кәңәш­ мәләр ҙә, съездар ҙа (хатта Советтәр съездары ла) хәл итә алмай, фәҡәт халыҡ, массалар, ҡоралланған массаларҙың көрәше генә хәл итә ала...

...Ни генә булһа ла бөгөн кис, бөгөн төндә юнкерҙәрҙе һәм башҡаларҙы ҡоралһыҙландырып (әгәр ҡаршылыҡ күрһәтһә­ ләр, еңеп), хөкүмәтте ҡулға алырға кәрәк.

Артабан көтөргә ярамай!! Барыһын да юғалтырға мөмкин!!

...Бөтә райондар, бөтә полктар, бөтә көстәр хәҙер үк моби­ лизацияланырға тейеш, һәм Хәрби-революцион комитеткә, болыпевиктәр Үҙәк Комитетенә хәҙер үк делегация ебәрергә, улар: власте Керенский һәм уның компанияһы ҡулында 25- снә тиклем ҡалдырмаҫҡа, тип ныҡышмалы рәүештә талап итһендәр, эште бөгөн кис йәки булмаһа төндә мотлаҡ башҡа­ рып сығырға кәрәк.

Бөгөн үк көрәштә еңә алған (ышанам, бөгөн еңәсәк) рево- люционерҙәрҙең ынтылыштарын иртәгә күберәкте юғалтыу, бөтәһен дә юғалтыу ҡурҡынысы тыуҙырып һуңлатыуҙы тарих бер ҡасан да ғәфү итмәҫ.

Власте бөгөн үҙ ҡулыбыҙға алабыҙ икән, беҙ уны Советтәр­ гә ҡаршы түгел, улар өсөн алабыҙ.

Власте алыу восстание эше, ә уның политик маҡсаты влас­ те алғас асыҡланасаҡ.

25 октябрҙә тауыш биреүҙе икеләнеп көтөп тороу — һәлә­ кәт йәки мәсьәләгә формаль ҡараш булыр ине, халыҡ ундай мәсьәләләрҙе тауышҡа ҡуйыу юлы менән түгел, ә көс менән хәл итергә хаҡлы һәм бурыслы: халыҡ революцияның ҡыр­ ҡыулашҡан моменттәрендә үҙенең вәкилдәрен көтөп торорға түгел, бәлки уларға юнәлеш бирергә хаҡлы һәм тейеш.

Быны бөтә революцияларҙың тарихе иҫбатланы. Әгәр ҙә революционерҙәр революцияны ҡотҡарыу, тыныслыҡ тәҡдим итеү, Питерҙе һаҡлау, аслыҡтан йолоп алып ҡалыу, ерҙе крәҫтиәндәргә биреү үҙҙәренә бәйле икәнен белә тороп та, уңайлы моментте ҡулдан ысҡындырһалар, уларҙың енәйәте сикһеҙ ҙур булыр ине.

Хөкүмәт икеләнә. Нисек кенә булһа ла уны юҡ итергә кәрәк!

Восстание башлауҙы кисектереү үлем менән бер».

153
Закрыть