Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 15.

үҙенең «батырлыҡтары» менән шөһрәт ҡаҙанды. Шурка Шот- мандан полицейскийҙәргә лә, лабаз хужаһы малайҙарына ла, бесәйҙәргә лә, эттәргә лә, турғайҙарға ла эләгә торғайны. Лә­ кин ун ике йәштән үк өйрәнсек Шурканың ауыр хеҙмәт тор­ мошо башланды. Ун туғыҙ йәшендә эшселәр уға Александр Васильевич тип ололап өндәшәләр ине инде: ул «эшселәр си­ ныфын азат итеү өсөн көрәш союзы» ағзаһы, эшселәр түңәрәктәренең етәксеһе булды, ә егерме ике йәшендә эшселәр синыфының беренсе политик сығышына — Обухов оборона­ һына етәкселек итеүселәрҙең сафында ине.

Партияның II съезында ул Плеханов һәм Ленин менән та­ нышты. Ул саҡта улар икеһе лә бергә инеләр әле. Шотман Плехановты тын да алмайынса тыңланы, уның иҫ киткес йор һүҙле, киң ҡарашлы булыуына, күп фәндәрҙе белеүенә хай­ ран ҡалғайны, был бөйөк фекер эйәһенә яҡын тороуҙан ҡур­ ҡыныс тойолған тәрән ихтирамдан ҡапыл унда үҙен наҙан, көсһөҙ итеп тойоу хисе уянды. Быға саҡлы асыҡ, ҡаҡшамаҫ­ лыҡ булып тойолған бөтә нәмә ҡапыл унда икеләнеү тыуҙырҙы, уйҙары буталды. Ьуңынан Ленин һүҙ алды. Ул эшселәрҙең революцион хәрәкәтен буржуазия ярҙамсыһына өйләндерергә теләүселәргә, партияның етәксе роленә ышанмау­ сыларға ҡаршы сыҡты.

Тәүҙә Шотман юнләп тыңламаны. Плехановтан һуң Ле­ ниндең телмәре артыҡ эшлекле кеүек яңғыраны, Ленин үҙе лә мауыҡтырырға, тапҡыр һүҙле булырға тырышмаған төҫлө күренде. Ләкин Шотман үҙе тәртипкә килтерә алмаған фекер­ ҙәрен Лениндең бергә йыйып, бер епкә теҙеп биреүен тойҙо. Шотман үҙенә элеккеге ышаныстың кире ҡайтыуын, нимә эшләргә, ниндәй юлдан барырға кәрәклеген төшөндө. Ин­ де ул Ленингә ихлас ғашиҡ булды һәм, Ленин өҫтәлдәге ҡағыҙҙы алып бер яҡ ситкә киткәс, ҡулдары ҡабарғансы ҡул сапты. Шунан һуң ниндәйҙер мартовсы-меныневик Ле­ нингә ҡаршы уҫал телмәр менән сығыш яһаны. Александр Шотман урынынан ырғып торҙо, ҡапыл ул яңынан рәнйетеү­ селәрен йоҙроҡ менән аҡылға ултыртыусы малай Шуркаға әүерелде. Шотман ды ситкә алып киттеләр. Аҙаҡ Ленин Шот- манды, үҙенең ҡараштарын уҫмаҡлашып һуғышып яҡларға теләүе өсөн, оҙаҡ ҡына шелтәләне. Кәм Брюссель ситендәге он лабазында съезд асылған шул иҫтәлекле кистә Шотман һәр ваҡыт Ленин артынан барырға, унан өйрәнергә ант итте.

Беренсе рус революцияһы йылдарында ла, революция еңелгәндән һуң да Шотман эшселәр синыфы араһында Ленин идеяларын актив пропагандалашыусы булды, партия ҡушыуы буйынса сик аша йәшерен әҙәбиәт сығарҙы, Россиялағы партия 16
Закрыть