белә. Ни өсөн әле ул меныиевиктәр яҡлы газетала сығыш яһаған?
Ул иғтибар менән уҡырға тотондо һәм үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. «Зиновьев менән мин, — тип яҙа Каменев, — пар тияның Петроград, Мәскәү һәм Финляндия ойошмаларына хaт менән мөрәжәғәт иттек. Был хатта беҙ яҡын арала нин дәй ҙә булһа ҡораллы восстание башлауға партияның ини циативаны үҙ өҫтөнә алыуына ҡырҡа ҡаршы булыуыбыҙҙы белдерҙек... Ип. Зиновьев менән мин генә түгел, — тип күрһә тә Каменев, — байтаҡ ҡына тәжрибәле иптәштәр ҙә хәҙерге ваҡытта, ижтимағи көстәрҙең әлеге нисбәтендә, Советтәр съе зы асылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, ҡораллы вос стание күтәреү инициативаһын үҙ өҫтөбөҙгә алыу һис тә яра маған эш, пролетариат һәм революция өсөн һәләкәткә килте рә торған юл был тип иҫәпләйҙәр»...
Инде барыһы ла аңлашыла. Партия ҡораллы восстаниегә әҙерләнә тип әйтеп, унан баш тартырға саҡырыу — был бит ысынлап та ҡара хыянат! Маргарита Васильевна ҡапыл кө- жөрәйеп ҡуйҙы. Ул, үҙенең йомортҡа тәбейәһе менән ҡыҫта ған булып, Надежда Константиновнаға ла, Владимир Ильич бер ҙә юҡ нәмә өсөн көйәләнә, тине бит әле.
Ҡот осҡос!
Маргарита Васильевна газетаны тубығы өҫтөнә һалды ла асыуланып уны ҡулы менән һыпырып алды. Газета битендәге хәрефтәрҙе ҡағып төшөрөрҙәй, был һүҙҙәрҙе ҡырып ташларҙай булды.
Күҙ! Ни тиклем тәрән серле һәм иҫ киткес оло көскә эйә. Ул кешене дауалай ҙа ала, ҡайғы-хәсрәт эсенә лә һала, кеше нең көсөн ун тапҡырға арттыра йәки бөтөнләй хәлдән тайҙы ра ала. Революцион халыҡтың көсө иң юғары көсөргәнешкә еткән саҡта газетала баҫылып сыҡҡан хыянатсы һүҙенең зара рын әллә ни тиклем бәлә-ҡазалар менән һәм орудиеләр кано надаһы менән генә сағыштырырға мөмкин!
Ҡот осҡос! Үҙәк Комитет ағзалары Каменев менән Зиновь ев, партия восстание башларға әҙерләнә, тип Керенский хөкүмәтенә иҫкәртеп ҡуялар, партияның серен дошманға асып бирәләр...
Квартирала көн буйына ниндәйҙер хәүефле тынлыҡ хөкөм һөрҙө, әйтерһең, өйҙә мәйет бар ине. Владимир Ильич менән Надежда Константиновна бүлмәнән сыҡманылар. Аш-Һыу бүлмәһендәге сәғәт кенә эс бошорғос, ҡаты итеп текелдәне.
Кискә табан Фофанова квартираһына Рахья килеп инде. Ул тағы ла нығыраҡ көмөрәйгән.
149