Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 147.

Ошо мәҡәлә Владимир Ильичтең асыуын шул тиклем ҡа­ барттымы икән ни? Бында ниндәй хыянат барҙыр инде? Маргарита Васильевна йәнә тыңлап торҙо: Владимир Ильич: бүлмә буйлап йөрөй, һаман да тыныслана алмай, күрәһең... Бөгөн таң алдынан өйгә ҡайтҡан сағында, сал парик кейгән булыуына ҡарамаҫтан, йөҙө ялт итеп тора ине. Ни бары өс сәғәт самаһы ғына серем итеп алды ла крәҫтиән съездарының наказдарын уҡырға тотондо һәм, ҡулын ыуа-ыуа: «Маргари­ та Васильевна, беҙ еңгәс тә яңы властең иң тәүге һүҙе крәҫ­ тиәндәргә буласаҡ. Эшселәр хөкүмәте уларға үҙҙәре тир түккән, күп быуаттар буйына ауыр көс түгеп эшкәрткән ер­ ҙәрен үҙҙәренә ҡайтарып бирәсәк. Яңы власть бар халыҡҡа тыныслыҡ тәҡдим итәсәк. Был бик тиҙҙән, бик тиҙҙән була­ саҡ, ҡәҙерле Маргарита Васильевна...» — тигәйне.

Бер аҙҙан таныш звонок шылтыраны. Надежда Констан­ тиновна килеп инде, уның да ҡобараһы осҡан, борсоулы.

— «Новая жизнь»де уҡынығыҙмы? — тип һораны ул.

Маргарита Васильевна, эйе тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты..

— Уның кәйефе нисек? — тип һораны Надежда Констан­ тиновна, үҙе пальтоһының элмәген сәйгә эләктерә алмай ыҙа­ ланды.

— Бик борсола, ашаманы ла. Нимәгә ҡайғыра һуң?

Надежда Константиновна Маргарита Васильевнаға апты­ рап ҡарап ҡуйҙы.

Бүлмәнән Владимир Ильич килеп сыҡты.

— Уҡыныңмы? — тип һораны ул Надежда Константинов- нанан күңелһеҙ генә тауыш менән.

— Уҡыным.

— Сәй әҙерләйемме? — тип тәҡдим итте Маргарита Ва­ сильевна икеләнеп кенә, әммә Надежда Константиновна ҡу­ лын ғына һелтәне, ул Владимир Ильичтең эргәһенә килде лә* уның яурынынан ҡосаҡлап алды, һәм улар үҙ бүлмәләренә инеп киттеләр.

«Газетала, бәлки, мин күрмәгән берәй нәмә барҙыр?» — тип уйланы Маргарита Васильевна һәм уны яңынан ҡарай башланы. Бөтә мәҡәләләр ҙә тип әйтерлек восстание тураһын­ да бара һәм уларҙың барыһы ла восстаниегә ҡаршы яҙылғай­ ны. Бына Советтәр съезының 25 октябргә күсерелеүе хаҡын­ дағы хәбәр. Бәлки, ошо хәбәр Владимир Ильичтең кәйефен ҡырғандыр? Аңламайым? Бында хыянаттың ни ҡыҫылышы бар? Өсөнсө биттең уртаһындараҡ «Ю. Каменев «восстание» тураһында» тигән исем менән ҙур булмаған мәҡәлә баҫылған. Маргарита Васильевна Каменевтең болыневиктәр партияһы­ ның күренекле эшмәкәре, Үҙәк Комитет ағзаһы икәнлеген 148
Закрыть