Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 146.

соңҡаһын һәм газетаны бөгәрләп тотҡан ҡулдарын ғына күрҙе.

— Ниндәй яуызлыҡ! Ниндәй ҡара хыянат был! — тигән һүҙҙәр салынды уның ҡолағына, ләкин Владимир Ильичтең ни өсөн шулай борсолғанын һорарға баҙнат итмәне.

Ул кире боролдо ла, аяҡ остарына ғына баҫып, кухнягә сығып китте. Ярһыуы үткәс, ғәҙәттәгесә күңелле итеп: «Мар­ гарита Васильевна, һеҙҙән берәй стакан сәй һорарға мөмкин­ ме? » — тип өндәшеүен көттө ул уның.

Владимир Ильич бүлмәһенән сыҡманы. Маргарита Василь­ евна, ултырғысҡа ултырған килеш кенә стакандарын һөртә- һөртә, тыңлаштырып алды. Бына Ильич ултырғысын ситкәрәк этәрҙе. Хәҙер кухнягә инер... Юҡ, ул бүлмә буйлап ары-бире йөрөй, йөрөй генәме һуң, йән-фарманға елә һымаҡ. Бына ул ултырҙы... Тағы торҙо. Йәнә йөрөргә кереште... Надежда Кон­ стантиновна тиҙерәк килһен ине, исмаһам,— ул бөгөн төш мәлендә килеп етергә тейеш. Кеше иртәнән бирле ас ултыра алмай ҙа инде! Тамағына ҡапҡылап алһа, бәлки, кәйефе лә күтәрелеп китер ине. Ниңә ул шул тиклем өҙгөләнә икән? Ниндәй газетаны ҡулына йомарлап тотто? Кемде хыянатсы тип әрләне икән? Маргарита Васильевна асыҡ ишек эргәһенә яңынан килде лә: — Владимир Ильич, йомортҡа тәбейәһе һыуына лабаһа, — тине.

Ул башын яй ғына борҙо ла тоноҡ күҙҙәре менән уға ҡа­ раны.

«Ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булған», — тип уйлап алды Маргарита Васильевна.

Владимир Ильич уға ҡапыл ғына ғәжәп ҡартайған шикел­ ле күренде, уның төпкә батҡан күҙҙәрендәге әрнеүҙе һәм ғазапланыуҙы күреп, Маргарита Васильевнаның аяҡ быуын­ дары ҡалтырап китте. Уны йыуатырлыҡ берәй йылы һүҙ әйтергә ине, ләкин был урында ул үҙенең көсһөҙ икәнлеген аңланы.

— Владимир Ильич, ҡәҙерлем, ни булды?

— Бына, — тине ул, «Новая жизнь» газетаһын усы менән тигеҙләне лә уға һуҙҙы.

Маргарита Васильевна кухнягә сыҡты ла газетаны өҫтәлгә йәйеп һалды. «Новая жизнь» — меныневиктәр яҡлы газета, был газетаға иғтибар итеү нимәгә кәрәк һуң? Шунда уның ҡүҙенә эре хәрефтәр менән «Өндәшмәй ҡалырға ярамай!» тип яҙылған һүҙҙәр салынды. 20 октябрҙә, Советтәр съезы асыл­ ған көндө, «болыпевиктәр восстание күтәрергә әҙерләнәләр» ти­ гән хәбәрҙәр йөрөй, ләкин мин быға ҡаршымын, тип яҙа автор.

147
Закрыть