Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 145.

Подвойский урам буйлап атлай һәм үҙе: «Халыҡ масса­ ларына ышанырға кәрәк. Тәүәккәлләргә әҙер улар. Тик улар менән хәрби етәкселекте тәртипкә һалырға, ҡоралды мөмкин тиклем күберәк бирергә кәрәк. Кәм беҙ еңәбеҙ. Кис шикһеҙ: еңәбеҙ», — тигән һүҙҙәрҙе күңеленән генә ҡабатлап бара, һәр- аҙымын атлаған һайын: «Кис шикһеҙ еңәбеҙ», — тип ҡабат­ лай ул.

Антонов-Овсеенконың күңелендә шиғри юлдар ағылды,, был юлы һуғышсан, күтәренке рухлы шиғри юлдар ине улар^ Невский хәҙер эшселәр синыфының һуғышҡа ингәнлеген, үҙенең дә яу эсендә булыуын ысын мәғәнәһендә төшөндө һәм ошо сәғәттәр эсендә ул үҙен бик күп ғүмер кисергәндәй хис: итте.

* 25. Ҡ ОТ ОСҠ ОС!

Маргарита Васильевна был көндө лә башҡа көндәрҙәгесе Петербургта сыға торған бөтә газеталарҙы алып ҡайтты. Владимир Ильич, ниндәйҙер һуғышсан көйҙө көйләй-көйләй* үҙенең эш өҫтәлен тәртипкә килтерә ине. Хужабикәнең аяҡ тауышын ишетеп, ул йәһәт кенә боролдо ла ҡулы менән га- зеталарға үрелде.

— Ун биш минуттан иртәнге ашты ашарбыҙ, — тине Мар­ гарита Васильевна. — Йомортҡа эҙләп таптым, картуф алып ҡайттым.

— Бик һәйбәт булған, мин асмын, тик шунан шөрләп ҡу­ ям: һеҙ мине һыйлай торғас, һимереп китһәм, беҙ еңеп сыҡ­ ҡандан һуң, буржуйға төртөп күрһәткән кеүек, миңә лә бар­ маҡ менән төртөп күрһәтеүҙәре бар.

Маргарита Васильевна башын сайҡап ҡуйҙы: — Ҡайҙа инде ул һимереү! Надежда Константиновна, пинжәгегеҙҙе тарайта биреп, бөтә төймәләрен дә күсереп таҡ­ ты бит.

Маргарита Васильевна байрамса кәйеф менән кухнягә сы­ ғып китте. Бөгөн ул Ильичте һәйбәтләп ашата ала, Ильичтең дә күңеле күтәренке. Иртәнән бирле үҙалдына әкрен генә көй- ләп йөрөй.

Бер табала, шажлап, ҡыуыҡланып, йомортҡа тәбейәһе бе­ шә, икенсе табала үҫемлек майында икмәк ҡыҙҙырыла ине.. Владимир Ильич бүлмәһенән ҡапыл сәйер, ыңғырашыуға оҡ­ шаған тауыш ишетелде.

Маргарита Васильевна уның янына ашығып барҙы. Влади­ мир Ильич, ишеккә арты менән боролоп, өҫтәл янында улты­ ра. Маргарита Васильевна уның фәҡәт иҫ киткес ҡыҙарған 146
Закрыть