Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 144.

ярһып, ашҡынып үҙ фекерҙәрен аңлатты Ильич. — Әҙерләнер­ гә, көн-төн әҙерләнергә кәрәк. Эшләнеп бөтмәгән эштәрҙең иң мөһимдәрен бер-ике көн эсендә атҡарырға мөмкин. Әммә эш­ ләнеп бөтмәгән эштәр барыбер ҡаласаҡ. Беҙ һеҙҙең менән па­ радҡа сығырға түгел, восстаниегә әҙерләнәбеҙ. Беҙҙең еңеү өсөн бер ҡасан да ошондай мөмкинлектәр асылғаны, халыҡ массаларының беҙгә ярҙамлашырға әҙер тороуы, дошмандың бындай аптырашта ҡалған сағының булғаны юҡ ине әле. Ха­ лыҡ массаларына ышанырға кәрәк. Тәүәккәлләргә әҙер улар. Тик улар менән хәрби етәкселекте тәртипкә һалырға, ҡорал­ ды мөмкин тиклем күберәк бирергә кәрәк. һәм беҙ еңәбеҙ. Һис шикһеҙ еңәбеҙ.

Подвойскийҙең йөҙө яҡтырып китте. Икеләнеүҙәре тарал­ ды. Уның күңелендә фәҡәт бер генә теләк — Ҡыҙыл гвардия командирҙәре менән тиҙерәк осрашыу һәм үҙе бөгөн алған ял­ ҡынды уларға тиҙерәк еткереү теләге дөрләп янды. Әле кис кенә еңеп сыҡмаҫлыҡ булып тойолған әллә ни тиклем тотҡар­ лыҡтар, ҡаршылыҡтар ҡапыл юғалғандай булды. Владимир Ильич иң мөһим нәмәне асыҡлап бирҙе.

— Владимир Ильич, һис тә икеләнмәгеҙ, маҡсат ап-асыҡ хәҙер, — тине Подвойский.

— Төн үтеп бара, таралышырға ваҡыт, бөтәбеҙгә лә бер аҙ ял итеү зыянға булмаҫ, — тине ахырҙа Владимир Ильич.

— Еңгәс, ял итербеҙ әле, — тип ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы Антонов-Овсеенко, ул йоҡоно һәр ваҡыт аптырағандың бер бәләһе булған күңелһеҙ нәмә итеп һанай торғайны.

Подвойский ҡаланың Владимир Ильич һыҙғылап бөтөргән планын ҡулында әйләндергеләп ҡараны.

— Быны миңә алып китергә мөмкинме? — тип һораны Ни- ҡолай Ильич.

— Юҡ, булмай, — тип ҡаршы төштө Владимир Ильич. — Һеҙ былай ҙа бөтәһен дә беләһегеҙ, үҙебеҙҙе фашлай торған дәлилдәрҙе беҙгә үҙебеҙ менән йөрөтөргә ярамай.

Был ҡағыҙҙы ул лампа эргәһенә килтерҙе лә ҡыуыҡ өҫ­ төндә тотоп торҙо, ҡағыҙ гөлтләп янып киткәс, уны мейескә ырғытты ла ҡағыҙ тамам янып бөткәнсе ҡарап торҙо.

— Әйткәндәй, восстание тураһында ҡарар, уның планы, восстаниенең башланыу ваҡыты ҙур сер булып һаҡланырға тейеш, был иҫ киткес мөһим, бик мөһим сер, — тип иҫкәртте Владимир Ильич, улар менән хушлашҡанда.

Подвойский, Антонов-Овсеенко, Невский, һәр ҡайһыһы төрлө яҡҡа таралып, төрлө юлдан киттеләр, ләкин улар өй­ ҙәренә ҡайтып торманылар, ә Смольныйға юнәлделәр. Бер ни­ сә сәғәттән таң атасаҡ.

145
Закрыть