Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 143.

— Күперҙәр — иң мөһиме, күперҙәрҙе беренсе сиратта алырға, — тине Владимир Ильич. — Эшсе райондарҙы бер- береһе һәм Петроградтың үҙәге менән һигеҙ күпер тоташтыра. Контрреволюция беҙҙең көстәрҙе бүлгеләмәһен өсөн, күперҙәр иң тәүҙә үк яулап алынырға тейеш. Бының өсөн көслө дру­ жиналарҙы, башлыса үлемгә барғанда ла сигенеү белмәҫлек йәштәрҙән торған дружиналарҙы, билдәләргә кәрәк.

Владимир Ильич париген, кепка шикелле итеп, соңҡаһына уҡ төшөрөп ҡуйҙы ла картаға ҡәләм менән уҡтар, түңәрәктәр һыҙырға кереште. Хәҙер бөтә Питер уның күҙ алдында тораг һәм ул төп ударҙы ҡайҙа юнәлтергә, ниндәй райондарҙы ҡа­ мап алырға, ҡайҙарға кәртәләр ҡуйырға кәрәклеген билдә­ ләне...

— Был эштәрҙең бөтәһен дә хәҙер үк эшләгеҙ, иптәштәр. Беҙ, Николай Ильич, иртәгә үк командирҙәр менән үҙегеҙ? һөйләшегеҙ, тейешле әҙерлектәре булмаған командирҙәрҙе икенселәре менән алмаштырығыҙ, башҡаларына ентекле ин­ струкциялар бирегеҙ. Ваҡытығыҙ бик тар, восстание мәле өлгөрөп етте. Уны үткәреп ебәрергә ярамай.

— Минеңсә, Владимир Ильич, восстаниене ашыҡтырырға кәрәкмәҫ, — тип йомшаҡ ҡына ҡаршы килде Подвойский. — Восстаниегә ни тиклем яҡшыраҡ әҙерләнһәк, уны шул тиклем уңышлы үткәрербеҙ. Ҡайһы бер полктарҙа яңынан аңлатыу эштәре үткәрергә кәрәк булыр. Преображенский һәм Семенов­ ский полктары һаман да икеләндерә. Унда ла эш етерлек. Ҡайһы бер полктар бик үк ышаныслы түгелдәр, уларҙың Ке- ренскийгә таяныс булыуҙары бик ихтимал.

Владимир Ильич сабырһыҙланып париген маңлайына тө­ шөрөп ҡуйҙы һәм уның быға саҡлы шат, көләс булған йөҙө ҡапыл ҡараңғыланып китте.

— Кеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ һуң?

— Тулыһынса әҙерләнгәнгә тиклем восстаниене башламай торорға кәрәк.

Владимир Ильич урынынан торҙо. Уның бөтә ҡиәфәте яр­ һыуҙы, ризаһыҙлыҡты белгертә. ине.

— Тап бына Керенский реакцион полктарҙан таяныс эҙ­ ләп, фронттан үҙенә тоғро частәрҙе саҡырта алғанға күрә лә беҙ восстаниене саҡ ҡына ла һуңлата алмайбыҙ. Беҙ хөкүмәт­ кә тын алырға ла ирек бирмәҫкә тейешбеҙ. Ә ул инде, моға­ йын, ҡайһы бер нәмәләрҙе һиҙенгәндер. Бөтә дәүләт аппараты буржуаз партиялар ҡулында, уларҙың мөмкинлектәре ифрат ҙур һәм, әгәр ҙә беҙ ауыҙ асып көтөп торһаҡ, улар беҙҙе тар- мар итәсәк. Ул саҡта беҙ һөжүм итеү урынына оборонаға күсергә мәжбүр буласаҡбыҙ, ә был — үлем менән бер! — тин 144
Закрыть