Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 140.

Бер нисә минуттан Антонов-Овсеенко менән Невский ҙә ки­ леп инде.

Владимир Ильич уларҙың береһенең дә үҙен танымауҙары- на ҡәнәғәт булды, унан күҙлеген өҫтәлгә һалды ла: — Йә, восстание хаҡында һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Беҙҙең ҡарамаҡта ниндәй көстәр бар? — тип һораны. — Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ әле, — тип мөрәжәғәт итте ул Антонов- Овсеенкоға.

Владимир Александрович — белеме менән хәрби, профес­ сияһы менән революционер. Ул үҙенең эскерһеҙлеге, эшкә иҫ киткес һәләтле булыуы менән Балтик флоты моряктәре ара­ һында ҙур ихтирам ҡаҙанды. Яҡын иптәштәре уның төндәрен шиғыр яҙыуын да беләләр ине. Антонов-Овсеенко бөтә ғүмере буйына шиғыр яҙҙы, уларҙы ул үҙе өсөн, үҙ күңеле өсөн яҙ­ ҙы — үтә саф, яңғырауыҡлы, нәфис шиғыр юлдары ине улар. Митингеләрҙә сығыш яһаған саҡта, уның көслө ҡалын тауы­ шы тыңлаусыларҙы әсир итә торғайны, казармаларҙа һалдат­ тар уның сығыштарын гел генә ҡыуаныслы «ура» тауыштары менән ҡаршылайҙар ине, һәм партия уны хәл иткес момент- тә «Военка»ға эшкә ебәрҙе.

— Мин бары флот һәм Финляндия тураһында ғына һөй­ ләй алам, — тип башланы һүҙен Антонов-Овсеенко. — Бер ни­ сә миноносецте һәм һыу аҫты кәмәләрен иҫәпкә алмағанда, Гельсингфорс һәм Кронштадт восстаниегә әҙер. Финляндияла, айырыуса Выборгта, пехотаның кәйефе күтәренке. Калдаттар фронтҡа барыуҙан баш тарталар, иллә-мәгәр буржуазияны юҡ итеү өсөн көрәшергә йән атып торалар.

— Бик һәйбәт, бик һәйбәт, — тип йотлоғоп тыңланы Вла­ димир Ильич. — Выборг гарнизоны корниловсыларға үҙенең кем икәнен танытты инде. Әгәр ҙә бөтә флотты Петроградҡа юнәлтһәк, нисегерәк булыр икән?

— Булмай, — тип яуап ҡайтарҙы Антонов-Овсеенко, — фарватер мөмкинлек бирмәй... Неваға «Аврора» менән «Заря свободы» крейсерҙәрен генә индереп була.

— Әммә моряктәр беҙгә Петроградта кәрәк. Уларһыҙ эш хана. Был мәсьәләне ҡайһылайыраҡ хәл итергә һуң?

— Моряктәрҙең һәм выборглыларҙың йыйылма отряден ти­ мер юл менән бында килтерербеҙ, — тип тәҡдим итте Невский.

Владимир Ильич риза булды.

— Төньяҡ фронтта хәлдәр нисегерәк тора?

— Кәйеф — һуғышсан, — тип ышаныслы яуап ҡайтарҙы Антонов-Овсеенко.

— Полктарҙың бөтәһе лә беҙҙең яҡлымы? — тип һораны Ильич асыҡлыҡ индерергә теләп һәм яуап бирергә аптырабы- 141
Закрыть