Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 14.

сатыр булып тәпәш имән ағасы үҫеп ултыра, ошо имән төбөн­ дә Емельянов һәр ваҡыт күп итеп аҡ бәшмәк йыя торғайны.

Шым ғына барҙылар, һәр кем үҙ уйын уйланы.

Владимир Ильич ҡыш көнө, 1907 йылдың аҙағында, ре­ волюция еңелгәндән һуң, икенсе тапҡыр эмиграцияға китеүен хәтерләне. Ул саҡта уға уҡытыусылар, адвокаттар, врачтар, студенттәр, балыҡсылар ярҙам иткәйне. Хәҙер уны эшселәр йәшереп һаҡлайҙар, ҡурсалайҙар, оҙатып баралар. Емелья­ нов — сығышы менән Сестрорецк заводы эшсеһе, Владимир Ильичтең кеҫәһендә лә шул завод эшсеһенең кенәгәһе. Июль ваҡиғаларынан һуңғы тәүге көндәрҙә Владимир Ильич Питер эшсеһе Аллилуевта, унан һуң большевик токарь Каюровта йәшеренеп йәшәне, Рахья ла токарь, Шотман — механик, ә иртәгәнән башлап Ленин Питерҙең ҡарт пролетарийе металл ҡойоусы Парвиайнендә йәшәйәсәк.

Ошо ваҡыт эсендә эшселәр синыфы үҙ яҙмышын үҙе хәл итерлек көс, һәләтлелек тупланы, хәҙер инде ул үҙ юлбашсы­ һын үҙе йәшерә, үҙе һаҡлай ала.

Шотман, абына-һөрөнә, бер ҡулы менән пенснеһен, икен­ се ҡулы менән кеҫәһендәге дәфтәрҙе ҡыҫып тотоп атлай, үҙе ҡайһылай итеп һиҙҙермәйенсә генә поезға ултырып китергә, ҡайһылай итеп ауыр һәм ҡурҡыныс юлды үтергә лә хәүеф- хәтәрһеҙ урынға барып етергә тип уйлай. Тиҙҙән улар станция­ ға килеп етәсәктәр, шунда инде Емельяновҡа тапшырылған бурыс тамамлана, ә артабан Шотман оҙатып барасаҡ. Влади­ мир Ильичте Разливтән Петроградҡа алып килеп, тура юлдан паровозға ултыртып Финляндияға сығыу планын ул, Шотман, тәҡдим итте. Разливтән Финляндияға тиклем ара яҡын, ләкин Шотман менән Рахья «йәшел» сикте сик һаҡсыларын ситләп үтергә мөмкин түгеллегенә тамам ышанғайнылар инде. Финляндияла йәшәүсе дачниктәр булған булып, улар бер нисә тапҡыр кордонды үтеп сығырға тырышып ҡаранылар, ләкин һәр саҡ засадаға эләктеләр, документтәрен бик ентекләп тик­ шереүҙәрен һәм ниндәйҙер фотоһүрәт менән сағыштырып ҡарауҙарын күргәс, сик һаҡсыларында Лениндең контроль һүрәте булыуын аңланылар. Сикте былай ғына үтергә мөмкин түгел. Шул саҡта Владимир Ильич Финляндияға Петроград- тан китергә тейеш тигән план тыуҙы ла инде.

Бөгөн, ғүмерендә беренсе тапҡыр, Александр Шотманға ҡурҡыныс булып китте. Үҙе өсөн түгел, ә Ильич өсөн. Ул үҙе ихтыяр көсөн тотҡарлап торған ҡурҡыу хистәрен бала ваҡы­ тынан уҡ юғалтҡан инде. Малай сағында ул һуғыш суҡмары, сәркәш булды, ул эшселәр йәшәгән ҡала ситендәге районда 15
Закрыть