Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 139.

ҡайтарҙы Николай Ильич һәм бүлмәнән сығып китте. Ҡуйы тәмәке төтөнө эсенән һәм халыҡ тулҡыны араһынан эҙләгән кешеңде йәһәт кенә табыуы еңел түгел.

Невский тәҙрә эргәһендә тора ине. Зиновьев уның пинжәк төймәһенән эләктереп алған да ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер иҫбат­ лап маташа.

Подвойскийҙе күргәс, Зиновьев мыҫҡыллы йылмайҙы: — Баман ҡабаланаһығыҙ, дуҫҡай, ҡабаланаһығыҙ. Ә ҡай­ ҙа ашығаһығыҙ? Әгәр ҙә һеҙ власте алғандан һуң ике генә аҙна, хатта ун ғына көн власте үҙ ҡулыбыҙҙа тотоп тора ала­ сағыбыҙҙы иҫбат итһәгеҙ, мин дә восстаниене яҡлап тауыш бирергә әҙермен, — тине.

— Тсс... — тип иҫкәртте уны Подвойский.

Бында, әйләнә-тирәлә меныневиктәр, эсерҙар, Керенский агенттәре буталып йөрөгән урында, восстание хаҡында һүҙ алып барыу яраған эш түгел. Невский Зиновьевкә: — Бәхәсләшеп тороу файҙаһыҙ. Беҙ инде көрәштә, — тине лә үҙе Подвойскийгә эйәреп китте.

Улар Антонов-Овсеенконы ла, еңенән тартып, моряктәр араһынан алып сыҡтылар.

Өсөһө лә тулҡынланалар. Ильичкә ниндәйерәк тәртиптә Һәм нисегерәк һөйләп бирергә һуң? Фекер тупларға ваҡыт тар. Улар автомобилгә ултырҙылар ҙа Смольныйҙан сығып китте­ ләр. Бер ҡараңғы тыҡрыҡҡа килеп еткәс, машинаны ҡал­ дырҙылар. Берәмләп, йәйәү барыу яҡшыраҡ булыр тип, төр­ лөһө төрлө яҡҡа таралдылар.

Был өс кеше Владимир Ильич көтөп торған эшсе Павлов квартираһына килеп еткәндә, Питер күгендә тулы ай ҡалҡ­ ҡайны инде.

Беренсе булып Подвойский килде. Рахья уға ишек асты ла бүлмәгә оҙатып ҡуйҙы. Күгелйем быялалы күҙлек кейгән сал сәсле ҡарт өҫтәл артынан торҙо ла уға табан атланы. Подвой­ ский аптырап туҡтап ҡалды.

— Нимә, танымайһығыҙмы әллә, Николай Ильич? — тип өндәште Владимир Ильич, мәрәкәләп, унан күҙлеген һалды. Йыйырылған сал ҡаштар аҫтынан Подвойскийгә йәш ҡуңыр күҙҙәр ҡарай ине.

— Беҙҙе хатта мин дә танымағас, Владимир Ильич, был ҡарт Ленин түгелме икән тип шикләнергә бер шымсының да башына килмәҫ, — тине Подвойский, ғәжәпләнеүҙән ҡулда­ рын йәйеп.

— Бер йәш кеше хатта мине урам аша етәкләп алып сы­ ғырға тәҡдим итте, — тине Владимир Ильич Подвойскийҙең ҡулдарын һелкә-һелкә һәм күңелле итеп көлөп ебәрҙе.

140
Закрыть