Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 138.

12 октябрҙә болылевиктәрҙең теләге буйынса Петроград Совете эргәһендә эшселәр синыфы ҡораллы көстәренең рево­ люцион штабы — Хәрби-революцион комитет ойошторолдо.

Үҙәк Комитет ҡораллы восстание тураһындағы ҡарарын Петроград партия активе тикшереүенә ҡуйҙы. Каменев менән Зиновьев бында ла партияны һайлаған юлдан кире борорға маташтылар. 16 октябрҙән 17 октябргә ҡаршы төндә төн буйы ҡыҙыу бәхәс барҙы. Владимир Ильич йәне-тәне менән Үҙәк Комитеттең резолюцияһын яҡланы. Таңға табан, мәсьәләләр­ ҙең бөтәһе лә асыҡланғас, район вәкилдәренең бөтә докладта­ ры ла тыңланып һәм тикшерелеп бөткәс, ҡарар ҡабул ителде.

«Үҙәк Комитет резолюцияһын йыйылыш тулыһынса яҡлай һәм хуплай, бөтә ойошмаларҙы, бөтә эшселәрҙе, бөтә һалдат­ тарҙы ҡораллы восстаниене һәр яҡлап ныҡлы әҙерләргә са­ ҡыра...» тип әйтелгәйне ҡарарҙа.

Һаман шул ике ҡул — Каменев менән Зиновьевтең ҡулы — тағы ла был ҡарарға ҡаршы күтәрелде.

Лениндең аҡылы, Лениндең ихтыяры бөтә партия, бөтә эш­ селәр синыфы ихтыяры булып әүерелде.

Восстание штабы элекке дворян ҡыҙҙары институты бина­ һына урынлашты. Архитектор Кваренги ижад иткән мөһабәт һәм күркәм был бина рус дворяндәренә йөҙ йылдан ашыу ва­ ҡыт хеҙмәт иткән — бында дворян ҡыҙҙары тәрбиәләнгән. Әле 1917 йылдың яҙында ғына Смольныйҙың оҙон коридорҙары­ ның тынлығын ана шул ҡыҙҙарҙың йомшаҡ башмаҡтарының ҡыштырҙауҙары һәм французса әкрен генә һөйләшкән тауыш­ тар боҙған булған. Хәҙер был коридорҙар һалдаттар, матрос­ тар, эшселәр менән шығырым тулған. Мылтыҡтар шалтыр- шолтор килә, дағалы һалдат итектәре шаҡ-шоҡ итә. Ишегенән «Классная дама» тип яҙып ҡаҙаҡлан ҡуйылған ҡара таҡтаһы ла алып ташланмаған бүлмәлә Питерҙәге бөтә район больше­ вистик ойошмаларының вәкилдәре менән берлектә «Военка» — Үҙәк Комитеттең хәрби ойошмаһы ултырыш уҙғара. Улты­ рышта ҡораллы восстание тураһындағы мәсьәлә ҡарала.

Тәнәфес ваҡытында Яков Михайлович Свердлов бармағы менән «Военка» ағзаһы Подвойскийҙе үҙ янына саҡырып ал­ ды ла бышылдап ҡ ы на: — Ильич восстаниегә әҙерлек барышы тураһындағы отчет менән һеҙҙең килеүегеҙҙе көтә. Һеҙҙең менән бергә Антонов- Овсеенко һәм Невский барасаҡ. Уларҙы эҙләп табығыҙ инде. Адресте хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. — Быныһын Яков Михайло­ вич Подвойскийҙең ҡолағына ғына шыбырҙаны: — Әгәр ар­ тығыҙҙан күҙәтеүсе барлығын һиҙһәгеҙ, өйгә инмәгеҙ.

— Барыһы ла аңлашылды, Яков Михайлович, — тип яуап 139
Закрыть