Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 137.

— Неваның ана теге яғына, Ҡышҡы һарайға ҡарағыҙ әле, — тине ул.

Рахья, күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап, ҡойоп яуған ямғыр аша нимә лә булһа күрергә тырышып ҡараны, ләкин һыуға йы­ уылған һымаҡ баҙлаған уттарҙы ғына шәйләй алды.

— Ҡышҡы һарай уттары шулай яна, унда Керенский хө­ күмәте ултырыш уҙғара, улар беҙгә ҡаршы алышҡа әҙерләнә, беҙ уларға ҡаршы көрәшергә ҡарар ҡабул иттек. Тиҙҙән, Эйно Абрамович, был һарайҙағы уттар һүнәсәк. Тиҙҙән һү­ нәсәк.

Ныҡ өшөүҙән дер-дер ҡалтыранған Рахья интектергес ютәлен саҡ-саҡ тыйып атлап бара ине.

— Бындай ямғырҙа беҙ Сердобольскаяға тиҙ ҡайтып етә алмабыҙ, — тине Владимир Ильич. — Ьеҙ ошо тирәлә, яҡын­ да ғына йәшәйһегеҙ түгелме һуң?

— Эйе, бынан ун-ун биш минутлыҡ юл, — тип яуап ҡай­ тарҙы Эйно Абрамович.

— Бәлки, мин һеҙҙә генә ҡуна ҡалырмын?

— Үҙегеҙгә уңайлы тип тапһағыҙ, — тине Рахья ҡыуанып һәм өйөнә килеп етәрәк, Владимир Ильичтең бары уның өсөн генә бында ҡунырға булыуын аңлап алды. Владимир Ильичте Сердобольскаяға тиклем оҙатып үҙ өйөнә урап ҡайтыр өсөн Рахья кәмендә ун һигеҙ саҡрым ер үтергә тейеш ине. Вла­ димир Ильич бына шул турала уйлаған да.

Люли төнгө ҡунаҡтың килеп инеүенә иҫ киткес ҡыуанды һәм тиҙ генә сәй әҙерләргә кереште.

— Беҙ, ни өсөндөр, икегеҙ ҙә исем туйынан ҡайтып ингән һымаҡ шат күренәһегеҙ, — тип йылмайҙы ул.

— Шулай шул, бөгөн беҙ байрам итеп алдыҡ, — тип Люли һымағыраҡ мәрәкәләп яуап ҡайтарҙы Владимир Ильич.

— Йәһәтерәк кейемдәрегеҙҙе алмаштырығыҙ, Неваны ки­ сеп сыҡҡанһығыҙмы ни, икегеҙ ҙә лысма һыу булғанһығыҙ, — тине Люли, шкафтан кейемдәр алып биреп.

— Моғайын, был хаҡ һүҙҙер. Бөгөн беҙ Рубикон аша сыҡтыҡ.

24. ХАЛЫҠ МАССАҺЫ КӨРӘШКӘ ӘҘЕР Үҙәк Комитеттең ҡораллы восстание тураһындағы ҡарары матбуғатта баҫылманы, ул партия сере булып ҡалды, ләкин үҫә барған революцион дәһшәтле дауыл шул моменттән фәҡәт бер маҡсатҡа юнәлтелде, уға идара итеү башланды. Социа­ листик революция өсөн көрәш хәл иткес фазаға килеп етте.

138
Закрыть