Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 133.

ҡуйыу Ильич өсөн дә ярамаған эш. Билдәле булыуынса, Мәс­ кәү Лениндең реаль булмаған был планына ҡаршы.

— Мәскәү түгел, ә Мәскәүҙәге Рыков, Бухарин һәм башҡа шуның кеүек ҡайһы бер оппортунистәр генә был планға ҡар­ шы сыҡты, — тип уға ҡаршы төштө Яков Михайлович. — Мәс­ кәү болыневиктәр ойошмаһы Лениндең ҡораллы восстание күтәреү линияһын бер күңелдән хуплай. Әйткәндәй, күптән түгел Төньяҡ фронт вәкилдәре Питергә килгәйне. Улар фронт­ та ниндәйҙер аҫтыртын эш алып барылыуын — яңы корнилов­ сылар әҙерләнеүен белдерҙеләр. Беҙгә эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Флот болыпевиктәр яҡлы, матростар һәм һалдаттар беҙҙең арттан Керенскийгә ҡаршы барасаҡтар. Контрреволю­ цияның һөжүмгә әҙерләнеп бөтәүен көтөп торорға тейешме* ни беҙ?

— Үкенескә ҡаршы, Ильич мауығыусан кеше. Ул үҙенең теләктәрен ысынбарлыҡ итеп күрһәтә, ул Россияның револю­ ция яһау өсөн әлегә өлгөрмәгәнлеген, тулыһынса өлгөрөп ет­ мәгәнлеген күрмәй.

Ломов Каменев эргәһенә килеп ултырҙы.

— Һеҙ Крыловтың мәҫәлен хәтерләйһегеҙҙер, Лев Борисо­ вич. Төлкө бик бейектә аҫылынып торған йөҙөм күреп ҡалған* уны үрелеп алырға буйы етмәгәс, ул тәрән мәғәнәле итеп: «...йөҙөмдәр өлгөрөп етмәгән әле...» — тип әйткән ти.

— Эйе, эйе, өлгөрөп етмәгән. Дошмандың көсө беҙ белгән­ дән күберәк.

— Ҡурҡҡанға һәр ваҡыт ҡуш күренә тиҙәр бит, — тине Дзержинский.

Яков Михайлович Каменевкә мөрәжәғәт итеп: — Беләһегеҙме, Лев Борисович, икебеҙ ҙә күҙлек кейәбеҙ һәм күҙлек менән яҡшы күрәбеҙ тип уйлайбыҙ. Иҫегеҙҙәме икән, бер саҡ, нисектер, пенснем ватылғас, һеҙ миңә запас күҙлегегеҙҙе тәҡдим иткәйнегеҙ. Мин ул күҙлек аша бер нәмә лә күрә алмағайным — әйтерһең дә, донъяны томан ҡапла­ ғайны, — тине.

— Мин дә һеҙҙең күҙлек менән файҙалана алмаҫ инем* ҡәҙерле Яков Михайлович, һеҙҙең күҙлек аша бөтә нәмә лә ал да гөл булып ҡына күренә, — тип төрттөрҙө Каменев.

— Әммә Ильичкә, — тип һүҙен дауам итте Свердлов, — күҙлек кәрәкмәй, ул күҙлекһеҙ ҙә күрә, бик үткер күрә.

— Һеҙ уға һуҡырҙарса ышанаһығыҙ, — тине Троцкий.

— Ленинде мин Коперниккә оҡшатам. Бөтә ябай кешеләр шикелле үк, Коперник ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүен тойма­ ған, ләкин ул үҙенең ғилми даһилеге менән беҙҙең планетаны ситтән тороп байҡағандай иткән һәм үҙенең гениаль гелиоцен- 134
Закрыть