Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 132.

— Шулай ит һатып алдым да, Молоховец китабынан борщ бешереү теорияһын өйрәнеп, ит бешерергә тотондом, бына аш жайнап сыҡты, ҡараһам — ҡот осҡос хәл! — һурпа өҫтөнә бысраҡ турта ҡалҡып сыҡҡан. — Александра Михайловна ҡысҡырып, күңелле итеп көлөп ебәрҙе. — «Насар ит алған­ мын», — тип уйланым да, ҡыйбатлы иттәр һатыла торған урынға барып, аҙаҡҡы аҡсама йәнә ике ҡаҙаҡ һәйбәт ит һа­ тып алып ҡайттым. Итте тағы бешерә башланым, йәнә шул уҡ хәл — һурпа ҡайнап сығыуы булды, өҫтө турта менән ҡапланды. Аҙаҡ бөтәһен дә түгергә тура килде. Владимир Ильичте сәй менән генә һыйланым, шунан бирле бер ҡасан да борщ бешерергә тотонғаным юҡ.

Ә Феликс Эдмундович үҙенең Ильич менән күрешеү өсөн ҡыуышҡа барыуын, Владимир Ильичтең иҫ киткес шәп итеп «өс ҡатлы» балыҡ һурпаһы бешергәнен һөйләп алды.

— Владимир Ильич балыҡ һурпаһы бешерә беләме ни? — тип аптыраны Александра Михайловна. — Хәйер, ул бит Бол­ та буйынан. Унда бөтәһе лә балыҡ һурпаһы бешерә белә.

Каменев, өҫтәл артында ултырған көйөнсә, ваҡ ҡына итеп яҙылған ҡағыҙ биттәрен өҙлөкһөҙ аҡтара-аҡтара: — Ильичтең ниндәйерәк балыҡ һурпаһы бешереүенә бөгөн беҙ тағы ла бер тапҡыр шаһит булырбыҙ, — тип ҡуйҙы.

— Тик уны кемдәр генә ашар, — тине Троцкий үҙе ултыр­ ған мөйөштән, серле генә итеп.

— Кеҙ революцияға хеҙмәт итәһегеҙ, ә эш хәрәкәт итеүгә килеп етһә, ҡыуаҡ артына боҫаһығыҙ. Ильич хаҡлы, ҡорал­ лы восстаниене кисектерергә ярамай. — Яков Михайлович, үҙ фекерен айырып күрһәткән һымаҡ, ҡулы менән ҡырҡа хәрә­ кәт яһап ҡуйҙы.

— Мине үҙ фекеремдән дүндереү ифрат ҡыйын, — тип мығырҙанды Каменев, яҙыу яҙылған ҡағыҙҙарын ике ҡуллап бер өйөмгә тигеҙләп һала-һала, — бына бында бөтә фекерҙәр ҙә нигеҙләнгән, Лениндең кәрте ябыласаҡ.

Дзержинский көлөп ебәрҙе: — Миңә билдәле булыуынса, Ленин кәрт уйнарға ярат­ май, ул шахмат уйнарға әүәҫ һәм мин уның бөгөн һеҙгә шах та, мат та бирәсәгенә ышанам.

Мыҡты кәүҙәһенә, сөм-ҡара, ваҡ ҡына бөҙрәле ҡуйы сә­ сенә һис тә тап килмәгән нәҙек тауышлы Зиновьев уның һү­ ҙен бүлдерҙе: — Эйе, эйе, Ильич шәп шахматсы. Мин уның Ласкерҙе отоп, донъя чемпионы исемен яулап алырына ла ихлас кү­ ңелдән ышанам, ләкин революцияның яҙмышын таҡта өҫтөнә 133
Закрыть