Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 131.

Быны Ленин күрҙе, ул һинең тарихи һәләтлегеңә ныҡ: ышанды һәм еңеүгә барыу өсөн дөрөҫ юл табырға ярҙам итте.

Һин әйҙәп барыусы колоннаңа — үҙ партияңа, коммунис- тәр партияһына үҙеңдең иң лайыҡлы, иң булдыҡлы улда­ рыңды һайлап алдың һәм уларҙы алға илтеүҙе Ленингә ыша­ нып тапшырҙың.

Үҙ маҡсаттарыңды һәм ниәттәреңде һин бер ҡасан да йәшермәнең, сөнки улар һәр ваҡыт саф һәм изге булдылар!

Ә һинең синфи дошманың намыҫлылыҡ менән дә, эскер­ һеҙлек менән дә айырылмай. Һине һындырыу, тапау, кәмһетеү өсөн ул бөтә көсөн тупланы. Һинең дошманың йыш ҡына дуҫың булып ҡылана, ул хәйләкәр ҙә, мәкерле лә, һинең: сафтарыңда ыҙғыш тыуҙырыу, тарҡатыу маҡсатында ул үҙе­ нең шымсыларын ебәрә.

Үҙең алдаша, хәйләләй белмәгәнгә күрә, һинең, дошманды дуҫҡа һанап, яңылышҡан саҡтарың да булғыланы.

Владимир Ильич Ленин, болыпевиктәр һиңә ҡурҡыныс янауы хаҡында алдан иҫкәртеп ҡуйҙылар. Ысын дуҫтарҙы та­ нырға өйрәнеү, һәр төрлө иллюзияларҙы бөтөрөү өсөн ү^ тәжрибәң булыуы кәрәк ине.

Хәҙер һин власте үҙ ҡулыңа алырға, крәҫтиәндәрҙе ҡол­ лоҡтан ҡотҡарырға, уларға ер бирергә, ҡәһәр һуҡҡан һуғыш­ ты бөтөрөргә, бөтә халыҡтарға ғәҙел тыныслыҡ тәҡдим итергә тораһың. Һинең нәфрәтең сигенә етте, һин үҙең мөкиббән ки­ теп инанған Лениндең сигналын ғына көтәһең. Бер ниндәй икеләнеү ҙә, ышанмаусылыҡ та, үҙеңдең киләсәгең өсөн ҡурҡыу ҙа юҡ һинең сафтарыңда!

Ә киләсәгең һинең — социализм!

Үҙәк Комитеттең 10 октябрҙәге ултырышы ғәҙәттәгесә булманы. ' Үҙәк Комитет ағзалары, конспирация ҡағиҙәләрен ныҡ һаҡлап, берәм-берәм иртә килделәр. Уларҙың кәйефтәре кү­ тәренке, бөтәһе лә тулҡынлана. Инде Владимир Ильичте кө­ тәләр.

Ул 7 июлдән һуң беренсе тапҡыр Үҙәк Комитет ултыры­ шында ҡатнашасаҡ.

Свердлов, ҡулъяулығы менән пенснеһен минут һайын һөртә-һөртә, ары-бире йөрөй һәм үҙе нимәгәлер йылмая.

Александра Михайловна Коллонтай Феликс Эдмундовичкә? бер ваҡыт Швейцарияла Владимир Ильичте нисек итеп борщ менән һыйларға йыйыныуын һөйләне. Ул аш-һыу әҙерләй белмәй икән.

132
Закрыть