Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 128.

Васильевна әштә бит әле, ишек асыр кеше юҡ», — тигән yir сыуалды уның башында. Ләкин был уйынан шунда уҡ кире ҡайтты: Ильич бер ҡасан да бер нәмә лә юғалтҡаны юҡ.

Надежда Константиновна аяҡ тауыштарына, ишек асылған тауышҡа ҡолаҡ һала-һала, баҫҡыстан әкрен генә күтәрелде. Ул үҙҙәренең квартираһынан бер ҡатҡа өҫкә күтәрелде. Саҡ ҡына туҡтап торҙо. Тып-тын. Инде түбәнге ҡатҡа төштө лә ишектәге звонокка баҫты, һөйләшелгән буйынса, һәр ва­ ҡыттағыса шылтыратты ул...

Бына улар яңынан бергәләр.

Рахья китергә йыйына. Владимир Ильич уға һуңғы күрһәт­ мәләрен бирә.

— Зинһар, Шотманды бөгөн үк күреп әйтегеҙ, минең янға тип Выборгка барып йөрөмәһен, мин инде унда түгел. Минең Питерҙә икәнлегемде, зинһар өсөн, берәүгә лә, бер кемгә лә белдермәгеҙ. Ваҡыт еткәс, үҙем күренермен. Иртәгә иртән һеҙҙе көтәм, Үҙәк Комитеткә — хaт, газетаға мәҡәлә әҙерләп ҡуйырмын.

Рахья сығып китте.

Ильичтең яңаҡ мускулдары һелкенеүен күреп: — Нимәгәлер һинең кәйефең ҡырылған? — тип өндәште Надежда Константиновна.

— Юҡ, Надюша, кәйефем ҡырылманы, ҡоторон ярһыған­ мын мин. Донъяла ваҡиғалар шундай ҡуйыра, Россияла ат­ мосфера шундай ҡыҙған, был хәлде намыҫы булмаған йәки алйот кеше генә күрмәүе мөмкин. Бөтә партия көрәшкә дәр­ рәү күтәрелергә һәм көрәштә еңергә, оторға әҙер тора, бөтә эшселәр синыфы берҙәм. Губерналарҙа булып үткән һикһән партия конференцияһы тулы берҙәмлек күрһәтте. Ә юғарыла икеләнәләр. Хәҙер минең быға һис кенә лә шигем ҡалманы. Был икеләнеүҙәр арҡаһында эштең һәләк булыуы ихтимал. Әлегә һуң түгел, бөтә көстө биреп көрәшергә, партияның дөрөҫ юлын һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Был кешеләрҙең — Каме­ нев менән Зиновьевтәрҙең нимә ҡыланыуҙарын һин күҙ алды­ ңа ла килтерә алмайһың... Мин уларға тылҡыйым, тылҡыйым, иҫбатлайым, яҙам, ә улар минең мәҡәләләремдең йөрәген һурып алалар ҙа бөтөнләй мәғәнәһеҙгә өйләндерәләр, бер мә­ ҡәлә урынына икенсене, үҙҙәренә файҙалыраҡ булған мәҡә­ ләләрҙе баҫтырып сығаралар. Советтәр съезын көтәләр улар. Троцкий үҙен оҫта интриган кеүек тота, бәлки унан да ала- мараҡтыр әле. Имеш, ул восстание яҡлы, әммә хәҙер үк, һис кисекмәҫтән башлау яғында түгел... Восстаниене әле кисекте­ реү — уны юҡ итеү тигән һүҙ. Нин беләһеңме, мин нимә? эшләргә уйлайым?

129'
Закрыть