Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 127.

Ә Сердобольская урамына килеп тоташҡан парк янында Надежда Константиновна арлы-бирле йөрөй. Тулҡынланыу­ ҙан уның башы томаланып китә. Ильич Петербургка күсергә* булды. Сикте имен генә үтеп, Удельная станцияһында поездан төшөп ҡала алдымы икән? Бер ниндәй мажараһыҙ ғына бында килеп етә алырмы? Нисек итеп тыныс булырға, әллә ниндәй ҡот осҡос хәлдәр хаҡында уйламайынса ғына, эштең аҙағы һәйбәт бөтәсәгенә ышанып, сабырлыҡ менән генә көтөргә өй­ рәнергә һуң. Ул сәғәтенә ҡарап алырға ла ҡурҡа. Сәгәт йөрөү­ ҙән туҡтаһын да, ул минең эргәгә килеп еткәс кенә, секунд теле циферблат өҫтөндә әйләнә башлаһын ине.

Арттан кемдер килә, ул ҡабаланмайынса ғына атлай, шу­ лай ҙа Надежда Константиновнанан йылдамыраҡ бара. Бына уның аяҡ тауыштары яҡынайғандан-яҡынайҙы.

— Бөтәһе лә һәйбәт, Надюша! — тип бышылдаған тауыш ишетте ул.

Владимир Ильич менән Рахья, боролоп ҡарамайынса ғына, уны уҙып киттеләр.

Надежда Константиновна үҙенең атлау темпын һаҡларға тырышты. Уның күҙҙәре хәҙер, бал ҡорто шикелле, тирә-яғын­ дағы бөтә нәмәне күрә ине. Улар артынан «ҡойроҡ» эйәрмә­ гәнме? Шикләнерлек урын юҡ, буғай. Ә улар ана алда китеп баралар. Ике эшсе — береһе сибегерәк, көмөрөрәк, икенсеһе баҙыҡ кәүҙәле, һалмаҡ ҡына атлай. Уныһы инде Ильич. Аяғы баҫҡан ыңғайға ҡулын ажар ғына һелтәп, ул башын Рахьяға табан борҙо. Фәҡәт ул ғына кешегә шулай етеҙ, иғтибарлы итеп һәм ҡыҙыҡһыныу менән башын бора белә. Ильич буй- һыны менән дә бәхетле: оҙон да түгел, тоҡор ҙа түгел. Бәлки* шуға ла ул әңгәмәләшкән кешеһенең күҙенә туп-тура ҡарап һөйләшәлер, башын юғары ла сөймәй ул, түбән дә эймәй. Үк­ сәләренә генә баҫып китеп бара — ҡара һин уны, ҡайһыла- йыраҡ оҫтарған!

Владимир Ильич ғүмер буйына халыҡ араһында күҙгә бик үк ташланып бармаҫҡа өйрәнде. Надежда Константинов­ на: «Ни эшләп инде уны күрмәҫкә мөмкин? Меңәрләгән кеше араһынан да уны танып була», — тип уйлап ҡуйҙы. Бына улар ҙур һоро йортҡа табан боролдолар, үҙ өйҙәренә ҡайтып барған һымаҡ атлайҙар. Надежда Константиновна Ильичтең был ғәҙәтен дә яҡшы белә: бер кемдән дә һорамайынса, атлап барған көйө генә боролоп китер өсөн, иң зирәк күҙле кеше лә уның ят кеше икәнлеген һиҙмәһен өсөн, ул планды алдан уҡ ентекләп өйрәнә торғайны.

«Квартира асҡысын юғалтманымы икән ул — Маргарита 128
Закрыть