Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 126.

әрләй Шотман, ниңә һуң һин, егет, бик аҙ уҡының, үҙеңдең пролетарий булыуыңа ғына ышандың. ’ Һуң, Шотман, һин эш­ селәр синыфына дошманмы ни? Үҙең ҡарт эшсеһең, мәгәр һине юлдан яҙҙырыу бик еңел. Их һин һаҡаллы ҡарт шайтан, нимә тип һин Каменевте тыңлағанда түбәнселек менән генә өндәшмәй ултыраһың, ә бына Ленин менән еңешәһең, хатта уны өйрәтергә тотондоң, Ленин ябай шул, уның менән иркен Көйләшеп була. Хәҙер бына бөтәһе лә Ленингә ҡаҙалалар. Уға таш яуҙыралар, бысраҡ ырғыталар, яла яғалар. Керенский, корниловсылар тураһында әйтеп тә тораһы юҡ! Уларҙың ҡулына Ленин килеп эләкһен генә, уны бер ниндәй судһыҙ һәм тикшереүһеҙ аҫып ҡуясаҡтар. Плеханов көн һайын Ленингә ҡаршы мәҡәләләр яҙа. Сиркәүҙәрҙә поптар уны ҡар­ ғайҙар. Хатта үҙ партияла ла Каменев, Зиновьев, Троцкий Лениндең пландарын һаташҡан идеялар тип атайҙар һәм һин, Шотман, сығышың менән пролетарий була тороп, Ленингә икеләнеп ҡарайһың? Ленин эшселәр синыфына бөтә йөрәге менән инана, ә Шотман — эшселәр синыфының үҙ балаһы — эшселәргә ышанмаған кешеләргә ышана түгелме һуң?» Шотман Владимир Ильичтең бүлмәһенә күҙ һалды. Ул яҙып ултыра. Ишек шығырҙағанын ишеткәс, артына боролоп ҡараны.

— Александр Васильевич, йә, аҙыраҡ тамаҡ ялғап алды­ ғыҙмы? Минең барыһы ла әҙер. Юлға сығырға мөмкин. Бына һеҙгә хaт.

— Мин һеҙгә ҡасан килермен икән, Владимир Ильич?

— Ике-өс көндән. Тик алдан Рахья менән хәбәрләшегеҙ, ул һеҙгә көнөн теүәл әйтер.

Шотман Владимир Ильичтең ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты.

22. ТРЕВОГА Ике көндән һуң яңынан пастор кейеме, күҙлек һәм парик ҡейгән Владимир Ильич Выборг вокзалында ине. Ул Рахья менән бергә поезда Райвол станцияһына тиклем килде, был станцияла уларҙы 293-сө һанлы таныш паровоз һәм таныш ма­ шинист Гуго Ялава көтөп тора ине. Бында пастор кочегарға әйләнде. Парик, күҙлек, пастор сюртугы һәм галстугы топкаға осто. Башына ул яңынан «күбәләк» яһап ике яҡҡа айырып таралған һары парик менән кепка кейеп ала. Кочегар тағы ла мейескә утын ырғыта, Рахья беренсе вагонда йәнен усҡа тотоп ултыра, тирә-яғында һөйләшеп килеүселәрҙең һүҙҙәрен иғти­ бар менән тыңлай.

127
Закрыть