Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 125.

инде ул әҙәпле генә итеп министрҙәренән эштәрен акт менән тапшырыуҙы һорар, ә буржуазия, корниловсылар ҡулдарын күтәрерҙәр ҙә әйтерҙәр: шундай резолюция бар икән инде, беҙ биреләбеҙ, тиерҙәр. Ҡағыҙға ышаныу, резолюцияға ыша­ ныу — был бит балалыҡ, бер ҡатлылыҡ. Керенский съезды асырға рөхсәт итмәйәсәк, ул уны ябып ҡуясаҡ.

Владимир Ильич усы менән маңлайын һөрттө лә һүҙҙе ҡырҡа ғына икенсегә борҙо.

— Бына нәмә, Александр Васильевич, һеҙ кухнягә сығы­ ғыҙ ҙа сәй эсеп алығыҙ, мин хәҙер Үҙәк Комитеткә хaт яҙам. Ваҡыт бик тар. Һеҙ бөгөн үк Питергә ҡайтып етергә тейеш­ һегеҙ.

Владимир Ильич өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы. Шотман кухнягә сыҡты, хужабикә уға сәй әҙерләне. Ҡунаҡ алдына икмәк менән сыр ҡуйҙы ла үҙ бүлмәһенә инеп китте.

Шотманға, япа-яңғыҙ ғына уйланып ултырып, бөтәһенең дә айышына төшөргә кәрәк ине.

Шотман Лениндең һөйләгәнен тыңлағанда уның һүҙҙәре менән ризалашмай булдыра алмай, шулай уҡ Каменев әңгә­ мәһен тыңлап, уның яҙғандарын уҡыһа, ул икеләнә лә, Ле­ нин хаҡлымы икән һуң, тип уйлай башлай.

Шотман үҙенең Каменев менән булған һуңғы һөйләшеүе тураһында уйлап ултыра. Бәләкәйерәк буйлы, сәсен бөхтә итеп артҡа тараған, профессорға оҡшаған Каменев, алтын күҙлеге аҫтынан күҙҙәрен ялтыратып, ҡабаланмайынса ғына, ышан­ дырырлыҡ итеп Лениндең дәлилдәрен юҡҡа сығарҙы. «Мин Ильичте ифрат яратам, — тине ул. — Миңә уның йәштәрсә ҡайнап торған дәрте, революцияға мөкиббән китеп ғашиҡ булыуы оҡшай. Ләкин ул иҫ киткес ҡыҙыу һәм үҙһүҙле. Ә бит ҡораллы восстание кеүек мөһим әштә ялҡынлы энту­ зиазм ғына түгел, ә бәлки һалҡын ҡанлылыҡ, төплө аҡыл йөрөтөү кәрәк. Хәҙер ҡораллы восстание башлау — рус рево­ люцияһының яҙмышы тураһында уйламау тигән һүҙ. Рево­ люция — һуғыш ул. Һалдаттар унан ситләшәсәктәр, сөнки улар һуғышып арығандар инде. Беҙгә аҡыллы оборона тотор­ ға, күрәләтә һөжүмгә күсмәҫкә кәрәк. Ленин партияны һәләкәт юлына алып бара. Дошмандың көсөн баһаламау ярамай. Кө­ төргә, түҙемлек менән көтөргә».

Шотман Каменев янында булғанда уның хаҡлы булыуына, әлегә восстание башламаҫҡа, көтөргә кәрәклегенә ышанып сыҡҡайны.

Бына инде Лениндең һөйләгәнен тыңлаһаң, уның ни тик­ лем ныҡ ышанғанлығын күрәһең, Каменев түгел, ә Ильич хаҡлы икәнлеген аңлайһың. «Их һин, иблес, — тип үҙен-үҙе 126
Закрыть