Шотман ауыр ҡараштары менән Владимир Ильичкә күтә релеп ҡараны. Ул алдаша белмәй ине.
— Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, Владимир Ильич, мин һеҙгә йәшермәйенсә әйтәм. Минең уйымса, улар хаҡлы.
— «Улар» тигәнегеҙ кемдәр һуң?
— Каменев, Зиновьев, һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ инде... Ысынлап та шулай бит, беҙ халыҡты көрәшкә күтәрҙек тә, ти, эшселәр синыфында нәфрәт ҡайнап тора. Керенскийҙе ҡолаттыҡ та, ти. Артабан нимә? Аҙаҡ ул власте беҙҙән тартып алырҙар ҙа, революцияны тар-мар итерҙәр. Әлегә аҙ-маҙ булһа ла ирек бар, ә унан инде хәл бишенсе йылғы революциянан һуңғы осорҙағы кеүек буласаҡ. Ниңә бөтәһе лә тамам өлгөрөп етеүен көтмәҫкә, быуа үҙенән-үҙе йырыласаҡ.
Владимир Ильич урынынан торҙо ла, пинжәгенең төймәлә рен ысҡындырып ебәреп, бүлмә буйлап йөрөргә тотондо.
— Тимәк, һеҙ тағы ла «бәлки»гә ышанаһығыҙ. Бәлки, Ке ренский Питерҙе бирмәҫ әле, бәлки, буржуазия аңшайып ҡына ултырыр, бәлки, тарих — шәфҡәтле апайыбыҙ беҙҙең файҙаға эшләр. Каменев һәм шуның ишеләр һеҙҙе, Александр Ва сильевич, ҡурҡытҡандар һәм бутағандар.
— Бөтәһе лә ғәжәп ҡатмарлы бит хәҙер.
— Ҡатмарлы булмаған революциялар буламы ни? Бер генә бөйөк революцияның да граждандар һугышынан башҡа булыуы мөмкин түгел. Ҡаршылыҡ, әлбиттә, рәхимһеҙ була саҡ, ләкин тыныслыҡ тәҡдим иткән, крәҫтиәндәргә ер, ха лыҡҡа азатлыҡ бирәсәк власте бер ниндәй көс тә ҡолата ал маясаҡ. Һеҙ, әлбиттә, ошо ҡоттары осҡан кешеләрҙең беҙҙең аппаратыбыҙ юҡ, эшселәр үҙҙәренең дәүләте менән үҙҙәре идара итә алмаясаҡ тигән һәм башҡа, һәм башҡа шундай һүҙҙәренә ышанып йөрөйһөгөҙ.
— Юҡ, Владимир Ильич, ысын күңелдән әйтәм — идара итә алмаясаҡтар. Бына мин, мәҫәлән, дәүләт менән идара итә аламмы ни? — Шотман үҙенең шундай мәғәнәһеҙ уйынан хатта үҙе шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
— Һеҙҙән булмай, һәр хәлдә әлегә идара итә алмаясаҡһы ғыҙ, — тине Владимир Ильич ҡәтғи рәүештә. — Бының өсөн һеҙҙең ышанысығыҙ етерлек түгел, әммә башҡалар идара итә аласаҡтар. Беҙҙең партияла ғәйәт ҙур көстәр бар. Беҙҙең пар тия өсөн Советтәргә бер миллион кеше тауыш бирҙе.
— Каменев менән Зиновьев Советтәр съезын көтәләр. Владимир Ильич, ни өсөн шул съезды көтмәҫкә һәм шунда ҡарар сығармаҫҡа?
— Резолюция ҡабул итергә лә шул ҡағыҙҙы Керенскийгә илтеп бирергәме? Ул шуға, уҡыным, тип ҡул ҡуясаҡ. Шунан 125